Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
29 Ноябрь 2023, 06:13

Мине әжәл сәбәпсеһе итмәгеҙ...

Ошо һүҙҙәр кисәнән бирле ҡолаҡ төбөнән китмәй. Был һүҙҙәр Салауат башҡорт драма театры сәхнәләштергән “Ярлыҡау” спектаклендә яңғыраны. Ә бит сәхнә тиклем сәхнәгә сығарған әҫәрҙә осраҡлы йәки артыҡ күренеш тә, һүҙ ҙә, хатта ым да юҡ!.. Театр, ғөмүмән ижад белгесе исеменән бик алыҫ торһам да һәр хәлдә шулай булырға тейештер спектаклдә тип ышанам.

Мине әжәл сәбәпсеһе итмәгеҙ...Мине әжәл сәбәпсеһе итмәгеҙ...
Мине әжәл сәбәпсеһе итмәгеҙ...

Тәрән фәлсәфәүи киңлектәрҙә ижад иткән Мостай Кәримдең прозаһына драматургия аша бағыуҙан, унан бигерәк үҙенсәлекле трактовкалауҙан ҡурҡмаған режиссёрға, беренсенән, афарин. Хәйер, Илсур Ҡаҙаҡбаев быға тиклем Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры менән дә ошо юҫыҡта уңышлы эшләне. Яратҡан театрыбыҙ ҡуйған “Гөлнара” әле лә гөрләп бара. Әйтеүебеҙсә, иртәгә лә күрһәтеләсәк әле. “Гөлнара” ла – проза, Флорид Бүләков әҫәре. Таныш почерк, хәрәкәттәр, алымдар. Ике әҫәрҙе ҡарап, режиссер үҙенә генә хас һәм нәҡ уныҡы икәнен танырлыҡ итеп эшләгән эштәргә (спектаклдәргә) тап булаһың. Театр өсөн быныһы яҡшымы-насармы икәнен баһалау ҙа белгестәр эшелер. Иң мөһиме, ике прозаны ла уңышлы, килешле итеп сәхнәгә сығарған!

...Һүҙем спектакль тураһында ине бит. “Ярлыҡау” тураһында, кешеләрҙән, Кешелектән Ярлыҡау һораған мөхәббәт тарихы тураһында.

Әҫәрҙән яҡшы беләбеҙ, ҡатыны хыянат иткән өсөн капитан үҙе лә аңламайынса, ике ғашиҡ йәндән, саф мөхәббәттән үс ала. Хәйер, бер ул ғынамы ни?.. Зух ғәйебе менән балалары өсөн берҙән-бер ризыҡ сығанағы булған кәзәһенән мәхрүм ҡалған ҡарт та, сержанттың хеҙмәттәштәре лә, комиссар ҙа, ана, күреүегеҙсә, үҙ ҡумтаһында, ҡуҙында йәшәй бирә. Әжәлдән йолоп алыр мәлдә остоҡ ҡына аҙым яһау ҙа еткән мәлдә лә шул үҙ донъяһынан сыға алмай. Берсә тыныслыҡ билгеһе булып күренгән кәрәҙ, берсә кешеләр сыға алмай аҙапланған ҡурсаҡ көбө шул саҡ туҡтата алмаҫлыҡ двигатель шестернялары сүрәтендә әй-ләнә башлай. Әлбиттә, аҙаҡ сығалар, тик... Һалдат ҡына күптән ер ҡуйынында...

Уйлай китһәк, әжәл сәбәбен уларҙан эҙләү дөрөҫ тә түгел тип бара спектакль, миңә ҡалһа. Һуғыш булмаһа, был ҡылыҡ та ҡылынмаҫ ине. Шуға, эйе, тыныслыҡ, паҡлыҡ, татыулыҡ, намыҫ, йомартлылыҡ, мөхәббәт, бәхет әжәленә сәбәпсе булмаһын ине кешеләр, уйҙар, теләктәр...

Тик...

...Күпме әҙәмдәрҙең башына етә, күпме мөхәббәт тарихын йыртып ташлай һуғыш, һуғыш көҫәгән, Ер йөҙөндә үҙен генә танырға теләгән заттар (кешеләр тип әйтеү артыҡтыр хатта). Әле лә бит йәнә фашизм күпме мөхәббәт тарихтарын йырта, күпме балаларҙы етем итә, йәш түктерә, тол ҡалдыра. Шуға, әле лә кешеләр үҙ “ҡумталарына” бикләмәй, дуҫы, ҡатыны Мария Любомир өсөн үс алған һымаҡ, берҙәм булып, мөхәббәт тарихтарына ҡул һоныусы әжәл сәбәпселәрен бергә, көндәлектәге һымаҡ яугирҙарға ярҙам, ҡорал тота алғандар ҡорал аша махсус хәрби операцияла юҡ итергә тейеш!

Шул саҡта ғына әлегеләй саф мөхәббәт әжәленә сәбәптәр булмаҫ...

Әжәлгә сәбәпсе итмәгеҙ мине.... тиһен ине Кешелек, Мостай Кәрим әйткәнсә һәм уның һүҙҙәре беҙгә йәнә ошо спектакль аша килеп еткәнсә...

Әжәлгә сәбәпсе итмәгеҙ мине... Кисәнән бирле ошо һүҙҙәр ҡолаҡ төбөнән китмәй...

Рәмил МАНСУРОВ.
Александр Казаков фотолары.

Мине әжәл сәбәпсеһе итмәгеҙ...
Мине әжәл сәбәпсеһе итмәгеҙ...
Автор:
Читайте нас