Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
12 Декабрь 2023, 17:30

Радий Хәбиров «Башҡортостан» ДТРК-ның АСБ-1 телестудияһын асыуҙа ҡатнашты

Бөгөн, 12 декабрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың айында башланған күләмле реконструкция эштәренән һуң «Башҡортостан» ДТРК-ның АСБ-1 телевидение студияһын асыуҙа ҡатнашты.

Радий Хәбиров «Башҡортостан» ДТРК-ның АСБ-1 телестудияһын асыуҙа ҡатнашты
Радий Хәбиров «Башҡортостан» ДТРК-ның АСБ-1 телестудияһын асыуҙа ҡатнашты

АСБ-1 студияһы - легендар майҙансыҡ. Башҡортостан телевидениеһының йылъяҙмаһы тап ошо телевизион базанан башланған. 65 йылға яҡын тарихы булған АСБ студияһы ҡунаҡтары араһында республиканың, Рәсәйҙең һәм донъяның күренекле эшмәкәрҙәре бар: композитор Заһир Исмәғилев, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, космонавтар Владимир Комаров, Сергей Ревин, «донъяның балалар докторы» Леонид Рошаль һәм йөҙләгән сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар, актерҙар, дәүләт эшмәкәрҙәре. Бөгөн Башҡортостан телевидениеһының алтын фондын тәшкил иткән тапшырыуҙар ҙа ошонда төшөрөлгән. Тәүҙә сараның ҡунаҡтары легендар башҡорт телевидение студияһының тарихы тураһында ролик ҡараны.

«Бөгөн Конституциябыҙҙың юбилейы һәм беҙ яңы студия асабыҙ. Башҡортостан телевидениеһының һоҡланғыс мираҫы тап ошонда формалашҡан. Бында килгән Арыҫлан Мөбәрәков, Заһир Исмәғилев, Мостай Кәрим кеүек шәхестәр һәм башҡа күп исемдәр шундай ғәжәйеп тарихи мөхит тыуҙырған. Бөгөн иһә был Башҡортостан телевидениеһының технологик үҫешендә сираттағы алға китеш.

Коллективты яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Тыныслыҡ, изгелек, именлек һәм эшегеҙҙә уңыштар», - тине Радий Хәбиров.

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары, төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов билдәләүенсә, бөгөн беҙҙә әһәмиәтле ваҡиға.

«Күп йылдар Башҡортостан телевидениеһының тарихи студияһын яңыртыу тураһында хыялландыҡ, хәйер, был еңелдән булманы. Радий Фәрит улы, һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, бында, ысынлап та, республиканың өлөшө бик ҙур. Бөгөн беҙ легендар студияның яңырыуын күрәбеҙ. Ветерандарыбыҙ алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ, улар башлап ебәргән традициялар бөгөн дә дауам итә», - тине Рифат Сабитов.

Башҡортостан Башлығы, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары һәм «Башҡортостан» ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов символик төймәгә баҫып, яңыртылған студияның эшенә старт бирҙе.

Асыу тантанаһында Луганск Халыҡ Республикаһынан һәм легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған төйәге - Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан тура бәйләнеш ойошторолдо.

Радий Хәбиров «Башҡортостан» ДТРК-һы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-12/radiy-h-birov-bash-ortostan-dtrk-ny-asb-1-telestudiya-yn-asyu-a-atnashty-3562508

 

Радий Хәбиров «Башҡортостан» ДТРК-ның АСБ-1 телестудияһын асыуҙа ҡатнашты
Радий Хәбиров «Башҡортостан» ДТРК-ның АСБ-1 телестудияһын асыуҙа ҡатнашты
Автор:
Читайте нас: