Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
25 Декабрь 2023, 11:41

Өфөлә ҡурсаҡ театры асылды

Яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарға ошо турала һөйләне.

Өфөлә ҡурсаҡ театры асылды
Өфөлә ҡурсаҡ театры асылды

Өфөнөң 450 йыллығына республика бер нисә йыл элек әҙерләнә башланы. Башҡорт ихаталары, подъездарҙы ремонтлау, парктарҙы төҙөкләндереү программалары — быларҙың барыһы ла баш ҡала үҙенең юбилейына күркәмләнһен, үҫһен, алға китһен өсөн эшләнде.

«Ҡурсаҡ театры — күптән көтөлгән объекттарҙың береһе. Беҙҙә балалар бик күп, был һәр саҡ ҡыуаныслы. Аллаға шөкөр, беҙ цирк өсөн аҡса таптыҡ, хәҙер ул бюджетҡа һалынған. Бөгөн балаларыбыҙға шәп бүләк эшләйбеҙ тип иҫәпләйем. Мин төҙөүселәребеҙгә бик рәхмәтлемен, театр Яңы йыл алдынан асылһын тип теләгәйнек. Байрамда балаларҙың күңелен күреүтөсөн», — тине Радий Хәбиров.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-12-25/radiy-h-birov-ni-s-n-f-l-ursa-teatryn-ya-y-yyl-aldynan-asyu-aryn-ytte-3580746

 

 

Өфөлә ҡурсаҡ театры асылды
Өфөлә ҡурсаҡ театры асылды
Автор:
Читайте нас: