Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
28 Февраль , 19:00

Беҙҙә лә ҡурсаҡ театры буласаҡ!

Быйыл ғинуар айында 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетынан Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары ҡалалары округтары бюджеттарына инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыуға муниципаль белем биреү учреждениелары уҡыусылары башланғыстарына нигеҙләнгән субсидиялар биреүгә һайлап алыу конкурсы иғлан ителде.

Беҙҙә лә ҡурсаҡ театры буласаҡ!
Беҙҙә лә ҡурсаҡ театры буласаҡ!

Беҙ, 17-се урта белем биреү мәктәбенең 9Б класы уҡыусылары, туған мәктәбебеҙҙә ҡурсаҡ театры ойоштороу идеяһы менән янып йөрөй башланыҡ. Ни өсөн тигәндә, был төрлө йәштәге балаларҙың иң яратҡан шөғөлө, ул балаларға онотолмаҫ яҡты тәьҫораттар бүләк итә. Идеяны тормошҡа ашырыу теләгебеҙ ҙур! Беҙ эшләгән беренсе эш – был конкурстың шарттарын иғтибар менән өйрәндек һәм эш планын билдәләнек. Остаздарыбыҙ – йәш, талантлы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Р. М. Кәлимуллина һәм Р. Р. Шаһиморатова беҙҙең ынтылышыбыҙҙы хупланы. Беҙ, бергәләп түңәрәк өҫтәл ойоштороп, мәктәптә ҡурсаҡ театры булдырыу мөмкинлектәрен тикшерҙек.

Пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә репертуарҙы һайларға, тамашаларға декорациялар әҙерләргә, сағыу афишалар уйлап сығарырға, спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәү сараһын хәстәрләргә кәрәк буласаҡ. Уҡытыусылар беҙҙең планды хупланы, шулай ҙа бер аҙ төҙәтмәләр индерҙеләр. Беҙ быны эшләргә ҡулыбыҙҙан килгәнен аңланыҡ һәм хәҙер конкурстың һайлап алыу турында ҡатнашыуға заявка төҙөйбөҙ. Был конкурста еңеү мәктәп тормошон байыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итергә мөмкинселек бирәсәк! Мәктәптә уҡыусыларҙың актерлыҡ һәләттәрен асасаҡ йәнә бер ижади хәрәкәт – “Яҡтылыҡ” ҡурсаҡ театры асыласаҡ!

17-се мәктәптең 9Б класы уҡыусылары:
А.ЛИСТУНЕНКО, Е.ПОНОМАРЕВА, Д.ФӘЙЗУЛЛИНА, Э.ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: