Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташ артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театры артисы, "Дәрүиш" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рим Асҡаров ошо көндәрҙә мәртәбәле исемгә лайыҡ булды - уға "Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" исеме тапшырылды. Артисты бөгөнгө шаяртыу көнө айҡанлы хатта Рәсәйҙең халыҡ артисы исеме бирелгән тип ҡотлап бөткәндәр икән. Улай ҙа булһын, бирһен Хоҙай, Рим Хисаметдин улы йәш быуында халыҡ сәнғәтенә ҙур һөйөү тәрбиәләгән шәхес булараҡ бындай юғары исемгә лә лайыҡ бейеүсе, етәксе!

Әйткәндәй, ошо уҡ тантанала тағы ике яҡташыбыҙ юғары исемгә лайыҡ булды. Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы Айгөл Зөбәйҙуллина "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тип танылһа, Стәрлетамаҡ филармонияһы артисы Елена Калинина - "Башҡортостандың халыҡ артисы"!
Ә инде ошо филармонияның художество етәксеһе Лира Фәйзуллина Башҡортостан Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Барлыҡ наградаларҙы ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Яҡташ артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Яҡташ артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташ артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташ артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Автор:
Читайте нас: