Фестивалде ойоштороусылар булып Башҡортостан хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сығыш яһай, фестиваль дирекцияһы етәксеһе — Иршат Фәйзуллин. Фестивалдең художество етәксеһе, театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм театр тәнҡитсеһе Айһылыу Сәғитова фестиваль афишаһына иң көслө режиссерҙарҙың спектаклдәрен һайлап алды. Ҡатнашыусылар араһында Ҡаҙағстан, Татарстан, Сыуашстан, Абхазия, Тыва, Хакасия, Дағстан, Төньяҡ Осетия, Ҡалмыҡстан театрҙары бар.
- Быйылғы фестивалдә 14 театр ҡатнаша. 12 спектакль — конкурс программаһында, ә икәүһе конкурстан тыш күрһәтелә. Фестивалдең махсус ҡунағы — Псков театры Михаил Булгаковтың хикәйәләре буйынса «Морфий» спектакле менән конкурста ҡатнашмай. «Алтын битлек» премияһына лайыҡ булған спектакль тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип уйлайбыҙ. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының спектакле лә конкурстан тыш күрһәтелә, — тине театрҙың баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова.
Көнөнә ике спектакль күрһәтеү планлаштырыла, уларҙы өс майҙансыҡта — Башҡорт драма театрында, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында һәм «Нур» татар театрында ҡарарға мөмкин.
Быйылғы фестивалдең төп яңылығы шул: «Иң яҡшы спектакль» призы бирелмәй. Уны ҡарауы, «Иң яҡшы хореограф эше» тигән яңы номинация булдырылды. Конкурста бөтәһе һигеҙ номинация: «Иң яҡшы режиссер эше», «Иң яҡшы сценография», «Иң яҡшы ир-егет роле», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле», «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Тамашасылар һөйөүе призы».
Фестивалгә күп милли театрҙар килә, шуға байрамды үткәреүгә Башҡортостанда йәшәгән төрлө халыҡтар диаспоралары вәкилдәре йәлеп ителә.
Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, фестиваль 2024 йылдан башлап 3 йыл һайын үткәрелә.