Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә үтәсәк Туғанлыҡ» фестивалендә «Ҡыҙыл паша» спектаклен ҡуялар

«Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры күренекле башҡорт драматургы Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса «Ҡыҙыл паша» спектаклен сәхнәләштерә, режиссеры — Айрат Абушахманов.

Өфөлә үтәсәк Туғанлыҡ» фестивалендә «Ҡыҙыл паша» спектаклен ҡуялар
Өфөлә үтәсәк Туғанлыҡ» фестивалендә «Ҡыҙыл паша» спектаклен ҡуялар

Спектакль легендар совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа бағышлана. 1982 йылда Өфөлә тәүге тапҡыр ҡуйылған спектакль республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән йәнә сәхнәгә сығарылды.

 16-23 майҙа Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале ойошторола. Бығаса фестиваль «Төрки телле театрҙар фестивале» тип атала ине, хәҙер уның форматы киңәйҙе.

Фестивалдә 14 спектакль ҡатнаша, Башҡорт академия драма театрының «Ҡыҙыл паша» һәм махсус ҡунаҡ итеп саҡырылған А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театрының М. Булгаков әҫәре буйынса «Морфий» спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә.

Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия, Хакасия, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағстан театр коллективтарының спектаклдәрен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Өфө «Нур» татар театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәләрендә ҡарарға мөмкин. Бөтә спектаклдәр ҙә рус теленә синхрон тәржемә ителә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2024-04-08/bash-ortostandy-tu-anly-festivalend-nind-y-spektakl-t-dim-ite-e-bild-le-buldy-3719529

 

Өфөлә үтәсәк Туғанлыҡ» фестивалендә «Ҡыҙыл паша» спектаклен ҡуялар
Өфөлә үтәсәк Туғанлыҡ» фестивалендә «Ҡыҙыл паша» спектаклен ҡуялар
Автор:
Читайте нас: