Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Илдар Абдразаҡов Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә сығыш яһай

Еңеү көнөндә Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә Өфөлә тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сығыш яһай. Йырсы Алексей Рубин етәкселегендәге Рәсәй милли йәштәр симфоник оркестры менән йырлай.

Илдар Абдразаҡов Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә сығыш яһай
Илдар Абдразаҡов Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә сығыш яһай

Артист илдең алтын фондынан «Журавли », «Смуглянка», «Темная ночь», «Мгновения», «Три танкиста», «День Победы» һәм илебеҙҙең, Еңеүебеҙҙең музыкаль символына әүерелгән башҡа композицияларҙы башҡара.

Ул киске 7-се яртыла ВДНХ-ның Төп аркаһы янында сығыш яһай.

6+

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2024-05-08/ildar-abdraza-ov-m-sk-r-s-y-k-rg-m-end-sy-ysh-ya-ay-3758341

 

Автор:
Читайте нас: