Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә «Туғанлыҡ» фестивале призын күрһәттеләр

Башҡортостандың баш ҡалаһынан «Туғанлыҡ» тип яҙылған тирмә рәүешендәге һигеҙ бүләк төрлө ҡалаларға һәм илдәргә таратыла. Лауреаттарға улар 23 майҙа фестивалде ябыу тантанаһында тапшырыла. Был хаҡта «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестиваленә арналған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.

Өфөлә «Туғанлыҡ» фестивале призын күрһәттеләр
Өфөлә «Туғанлыҡ» фестивале призын күрһәттеләр

Бүләкте Башҡорт драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров балсыҡтан эшләгән. Фестивелдең барлыҡ ҡатнашыусыларына ла фестиваль бренды төшөрөлгән тәрилкәләр әҙерләгәндәр.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Туғанлыҡ» фестивале Өфөлә 16-23 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәләрендә үткәрелә.

Бығаса фестиваль «Төрки телле театрҙар фестивале» тип атала ине, хәҙер уның форматы киңәйҙе.

Фестивалдә 15 спектакль ҡатнаша, Башҡорт академия драма театрының «Ҡыҙыл паша» һәм махсус ҡунаҡ итеп саҡырылған А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театрының М. Булгаков әҫәре буйынса «Морфий» спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә.

Конкурс программаһында – Абхазия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Башҡортостан, Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Марий Эл, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Тыва, Дағстандан театр коллективтарының спектаклдәре. Кавказ театрҙары тәүге тапҡыр ҡатнаша.

- Бөгөнгө ҡатмарлы заманда беҙҙе берләштергән рухи ептәрҙе ҡәҙерләргә тейешбеҙ, - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. - Башҡорт драма театрының фестивалде асыу тантанаһында ҡатнашҡан «Ҡыҙыл паша» спектакле Кәрим Хәкимовҡа арналған.

«Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале Өфөлә 1991 йылдан башлап үткәрелә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2024-05-16/f-l-tu-anly-festivale-prizyn-k-r-ttel-r-3769860

 

Автор:
Читайте нас: