Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) — сит ил сәхнәләрендә - Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәтте күрһәткән, донъя кимәлендә башҡорт ҡурайын данлаған һәм төрлө халыҡтарҙы һоҡландырған беренсе башҡорт музыканты.
«Башинформ» агентлығына Түңгәүер ырыуы башлығы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һөйләүенсә, һәйкәл Аҡъяр мәҙәниәт һәм ял паркында ҡуйыласаҡ. Һәйкәл авторы - билдәле башҡорт скульпторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Башинформ» Өфөлә Йомабай Иҫәнбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап-альбом сығарылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.