Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“БАЙЫҠ” ЙОНДОҘО ДИЛӘРӘ

Төрлө һөнәргә бай, ҡалабыҙҙың данын арттырыр ҡыҙҙар-малайҙар бихисап Стәрлетамаҡта. Шундай һәләттәрҙең береһе Диләрә ШӘРӘФЕТДИНОВА 32-се мәктәптә уҡый,  быйыл  4-се класҡа бара. Ул быйыл июнь айында өс йәштән алып 15 йәшкә  тиклемге балалар араһындағы  “Байыҡ – 24” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашып беренсе урын алды!

“БАЙЫҠ” ЙОНДОҘО ДИЛӘРӘ
“БАЙЫҠ” ЙОНДОҘО ДИЛӘРӘ

– “Торатау” балалар өлгөлө бейеү ансамбленә 2018 йыл көҙ көнө йөрөй башлағайныҡ, ул саҡта Диләрәгә дүрт йәш ярым ғына ине, шунан бирле бейеүҙән айырылғаны юҡ, ҙур теләк менән йөрөй. Бала бейейем тип торғанда, дәрте булғанда, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Эштән һуң өйгә сабабыҙ, эштән һуң сәхнәгә сабабыҙ, тигәндәй. Ҡыҙыбыҙ сығыш яһағанда сәхнә артында дәртләндереп, ҡеүәтләп торабыҙ, – ти Диләрәнең атаһы Зариф Ғәйнислам улы. – Шөкөр, тырышлығыбыҙ  үҙ һөҙөмтәләрен бирә: Диләрә ҡыҙыбыҙ 2022 йылда Мәскәүҙә яңғыҙ бейеүҙә беренсе урын алып ҡайтты, 2020 йылда Сочи ҡалаһында парлы бейеүҙә сығыш яһаны, республика буйынса төрлө ҡалаларҙа сығыш яһап, алдынғы урындарҙы алып килә. Бейеү ул йәшәүгә дәрт бирә, айырыуса хәҙерге ваҡытта яман ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итә. Үҙебеҙ ҙә  бейеү сәнғәтенә ғашиҡ кешеләрбеҙ. Үткән йыл “Торатау”ҙа шөғөлләнеүсе балаларҙың ата-әсәләре ҙур хореографик композиция менән күмәкләп сығыш яһаныҡ. Ҡатыным Динә лә бейергә ярата. Ғөмүмән, әлеге ваҡытта ғаиләбеҙ менән бейеүгә бирелдек. Бейеү буйынса беҙҙең ҡалала рух күтәреүсе ансамблдең  етәкселәренә – Лиана Рәил ҡыҙы һәм Рәил Рәйес улы Лоҡмановтарға ҙур рәхмәт!

Әйткәндәй, Диләрә Шәрәфетдиновтарҙың төпсөк ҡыҙы. Унан алда ике ағаһы бар – оло улдарына 32 йәш, икенсеһенә –  27. “Бына шулай, Аллаһы тәғәләнең бүләге булып донъяға килгән кинйә ҡыҙыбыҙ –  үҙе бер ҡыуаныс!” – ти ата-әсәһе. Киләсәктә лә уңыштарың менән һөйөндөрөп кенә тор инде, Диләрә!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фото ғаилә архивынан алынды.

“БАЙЫҠ” ЙОНДОҘО ДИЛӘРӘ
“БАЙЫҠ” ЙОНДОҘО ДИЛӘРӘ
“БАЙЫҠ” ЙОНДОҘО ДИЛӘРӘ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: