

Релиз 12 тректан тора, уларҙың геройҙары – башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы персонаждары Аҡбуҙат, Шүлгән, Ҡатил батшаның үгеҙе һәм башҡалар.
«Был төрлө жанрлы эш, тәрән мәғәнәгә эйә, бында яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше тураһында һүҙ бара. Йәйгә тиклем тағы 2-3 сингл сығарабыҙ», — тине Рамаҙанов.
Донъяны шаулатҡан «Homay» йырына рәсми клип май айында сыға. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, композиция Рәсәй хит-парадында беренсе урынды алды, ә донъя чартында улар Леди Гаганы һәм Бруно Марсты ла уҙып китте.
Башинформ.