Ашҡаҙар
+5 °С
Облачно

Әйҙә, егет, уйнат гармуныңды!

Күптән түгел Яңауыл ҡалаһында Фәтих Иҡсанов исемендәге призға XIII “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамы үтте. Сарала Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының “Иркен” өлгөлө гармунсылар ансамбле лә ҡатнашты.

Әйҙә, егет, уйнат гармуныңды!Әйҙә, егет, уйнат гармуныңды!
Әйҙә, егет, уйнат гармуныңды!

Бәйгегә Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙән үҙешмәкәр һәм профессиональ гармунсылар йыйылды. Конкурс шарттары буйынса бәйге ике йәш төркөмөндә уҙғарылды, 17 йәшкә тиклем һәм өлкәндәр өсөн, ҡатнашыусылар икешәр әҫәр уйнап ишеттерҙе. Баһа-лағанда башҡарыу оҫталығы, милли колорит, сәхнә мәҙәниәте, башҡарыу үҙенсәлеге иҫәпкә алынды.

– Яңауылда уҙғарылған “Моңға бай гармун байрамы” республика Гармун байрамында һәр ваҡыт ҡатнашып, Гран-при һәм төрлө урындар яулай инек, ә ағымдағы йылда сарала ансамблдең яңы быуын гармунсылары ҡатнашты. Ошондай конкурстарҙа ҡатнашыу, ба-лалар өсөн тағы ла бер баҫҡысҡа үҫеш алырға ярҙам итә, улар тәжрибә туплай, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ансамбелдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Ғәлимйәнов.

Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тиҙәр халыҡта, ансамбелдең йәш таланттары матур сығыш яһап, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Өсөнсө тапҡыр республика күләмендә уҙғарылған Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы”нда “Иркен” өлгөлө гармунсылар ансамбле III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Айырым гармунсылар араһында I дәрәжә диплом лауреаты Динислам Бикҡолов, II дәрәжә диплом лауреттары исеменә Дамир Ғәрифуллин, Эмиль Собханғолов лайыҡ булдылар. Йәш гармунсыларға афарин тиергә генә ҡала!

Бәйгелә ҡатнашыусылар араһында төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты иң өлкән конкурсантҡа 89 йәш булһа, иң йәшенә 7 йәш. Әйткәндәй, иң бәләкәй ҡатнашыусы тап “Иркен” ансамбле тәр-биәләнеүсеһе Роберт Карамов.

...Гармун моңо ғүмер буйы халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, ауыр саҡтарҙа ла күңелдәрҙе йыуатҡан гармун – тормошта бөгөн дә ҙур әһәмиәткә лайыҡ. Гармунда уйнаусылар өсөн төрлө бәйгеләр булыуы ҡыуандыра, тап ошондай бәйгеләр гармунсыларҙы дуҫлаштыра. Шуныһы һөйөндөрә, тап ошондай мәртәбәле ҙур әһәмиәтле гармунсылар конкурсы йылдан-йыл яңы таланттар аса, айырыуса йәш быуын араһында.

Гармунсы күңелен йүгәнләр әйбер юҡтыр, әйтәләр бит ҡулына бер тапҡыр гармун алһа, бер ҡасанда ташламаясаҡ. Әлбиттә, гармунда уйнарға өйрәнеү, уйнау бик күп көс һәм тырышлыҡ талап итә. Әммә ныҡышмаллылыҡ үҙ тәжрибәләрен күрһәтә.

Ҡала мәҙәниәт һарайының “Иркен” өлгөлө гармунсылар ансамбле быға өлгө булып тора. Ошондай йәш быуын булыуы ҡыуаныслы. Киләсәктә ансамблдә шөғөлләнгән балаларға һәм уларҙың остаздары Радик Иркен улына ижади уңыштар теләйбеҙ. Ошо бәйгегә барлыҡ яҡлап та ярҙам итеүсе ҡала мәҙәниәт һарайы директоры Садиҡов Флүр Миҙхәт улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА,
ҡала мәҙәниәт һарайының бүлек мөдире.
Фото ансамбль архивынан алынды.

Әйҙә, егет, уйнат гармуныңды!
Әйҙә, егет, уйнат гармуныңды!
Автор:
Читайте нас