Сәнғәт һәм мәҙәниәт
22 Сентября 2025, 05:33

Башҡортостанда «Уралым» йырына яңы клип төшөргәндәр

Башҡортостандан «Тауыштар» вокаль проекты «Уралым» йырына яңы клиптың тизерын күрһәтте.

Башҡортостанда «Уралым» йырына яңы клип төшөргәндәрБашҡортостанда «Уралым» йырына яңы клип төшөргәндәр
Башҡортостанда «Уралым» йырына яңы клип төшөргәндәр

Проектта ҡатнашыусылар – Башҡорт опера һәм балет театры солистары Рим Рәхимов, Азамат Дауытов, Айтуған Вәлмөхәмәтов һәм Альберт Зәйҙуллин клипта башҡорт костюмдарында сығыш яһай.

Әлегә яңы клиптың сюжеты сер булып ҡала, тип хәбәр иттеләр Башопераның матбуғат хеҙмәтенән. Видеояҙма тамашасыны Урал тауҙарының сикһеҙ киңлектәренә алып китә.

Күп йылдар элек Ишмулла Дилмөхәмәтовтың Салауат Юлаев шиғырына «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ йыры мотивына ижад иткән йыры ҡасандыр легендар опера артисы Радик Гәрәевтың визит карточкаһына әүерелде. Хәҙер ул «Тауыштар» вокаль проекты башҡарыуында иҫ киткес матур һәм моңло яңғырай. Солистар уны музыкаль оҙатыуһыҙ йырлай.

Клиптың премьераһын сентябрь аҙағында күрһәтеү планлаштырыла.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас