Ашҡаҙар
+7 °С
Облачно
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
3 Октября 2025, 07:35

Ay YOLA төркөмө «Ural Batyr» тигән дебют альбомын сығарҙы

«Ural Batyr» 12 йырҙан тора, уларҙың һәр береһе «Урал батыр» эпосының айырым бүлеге кеүек яңғырай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ay YOLA төркөмө «Ural Batyr» тигән дебют альбомын сығарҙыAy YOLA төркөмө «Ural Batyr» тигән дебют альбомын сығарҙы
Ay YOLA төркөмө «Ural Batyr» тигән дебют альбомын сығарҙы

3 октябрҙә төн уртаһында AY YOLA төркөмө «Ural Batyr» тигән тәүге альбомын сығарҙы. Ул башҡорт халҡының ҡомартҡыһы — «Урал батыр» эпосының 12 бүлеген сағылдырған 12 йырҙан тора.

«Һомай менән бергә күккә күтәрелерһегеҙ, ә Аҡбуҙат менән йәншишмәгә юл алырһығыҙ, Шүлгәндең ҡараңғылыҡҡа тәүге аҙымдарын ишетерһегеҙ һәм ҡараңғылыҡты еңгән Урал ҡылысының көсөн тойорһоғоҙ», — тип яҙҙы артистар социаль селтәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, AY YOLA Рәсәй буйлап гастролдәргә сыға, тур 10 октябрҙә Силәбелә башлана. Гастролдә ваҡытында AY YOlA «Урал батыр» китаптарын уйнатасаҡ.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас