

Байрам кисәһе – илебеҙҙең төрлө төбәктәренән сәнғәт оҫталарының милли мәҙәниәттәрен һәм традицияларын сағылдырған уникаль сара.
«Дуҫ ғаилә – Рәсәй терәге" проектының маҡсаты - Рәсәй федерацияһы субъекттары араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу. Ул айырым башҡарыусыларҙың да, коллективтарҙың да ижади потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итә, шулай уҡ берҙәмлек һәм теләктәшлек тойғоһо формалашыуында мөһим роль уйнай.
Ике булектән торған программала тамашасы Бейеү театрының дәртле рухлы бейеүҙәрен, "Тюльпан" дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбленең үҙенсәлекле мәҙәниәте менән танышыр! Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
0+