Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Сәйәсәт
22 Август 2023, 06:29

22 август – Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагы көнө

Рәсәй Дәүләт флагы көнө уңайынан Путин мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.  

22 август – Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагы көнө22 август – Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагы көнө
22 август – Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагы көнө

В.Путин: Ҡәҙерле ватандаштар!

Бөгөн беҙ Дәүләт флагы көнөн билдәләйбеҙ.

Беҙҙең байраҡтарыбыҙҙың да, державаныҡы кеүек мең йыллыҡ тарихы бар. Урыҫ дружиналары үҙҙәренең полктары өҫтөнән Спас Нерукотворный һынын сағылдырған байраҡты күтәргән. XIX быуатта илдең рәсми биналарында Рәсәй империяһының ҡара-һары-аҡ флагы елберләгән. Илебеҙ XX быуаттың етмеш йылдан ашыу осоронда ҡыҙыл флаг аҫтында йәшәгән, һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә табан  тап ошо байраҡ менән барып еткән.

Рәсәй флагы һәм символдары граждандар, бөтә йәмәғәт көстәре, власть вәкилдәре тарафынан хөрмәт итеүҙе талап итә, сөнки улар милләтебеҙҙең һәм дәүләтселектең өҙлөкһөҙ үҫешен сағылдыра.

Ләкин, әлбиттә, беҙҙең аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл байраҡҡа айырым мөнәсәбәтебеҙ бар - ул Бөйөк Петр тарафынан раҫланған рәсми дәүләт флагы.

Өс төҫлө флаг 1991 йылдың 22 авгусында илебеҙ өҫтөнән яңынан күтәрелә. Был флаг менән бик күп ауырлыҡтарҙы һәм һынауҙарҙы еңеп сыҡтыҡ, әммә, асылда, илебеҙ суверенитетын тергеҙҙек.

Рәсәй - мең йыллыҡ ил һәм цивилизация. Беҙҙең дәүләт флагы - ул берҙәмлек символы. Дәүләт флагы беҙҙе һәр саҡ алға, еңеүгә этәрер, Рәсәй данын яҡлар, тип ышанам.

Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар! Рәсәй флагы көнө менән!

 

http://www.kremlin.ru/events/president/news/72081

 

Автор:
Читайте нас