Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Сәйәсәт
18 Октября 2023, 13:05

Радий Хәбировтың биш йыллығының төп йомғаҡтары

Биш йыл элек, 2018 йылдың октябрендә, Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы булды. Төбәк етәксеһе эш башлауының тәүге айында уҡ бер нисә тапҡыр республика халҡының үҙ мөмкинлектәрен баһалап бөтмәүе һәм бергәләп тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеп булыуы тураһында әйтте. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ниндәй башланғыстар тормошҡа ашырылды? Беҙ 30-ҙан ашыу яңылыҡты тупланыҡ.

Радий Хәбировтың биш йыллығының төп йомғаҡтарыРадий Хәбировтың биш йыллығының төп йомғаҡтары
Радий Хәбировтың биш йыллығының төп йомғаҡтары

«Был йылдар минең тормошомда иң бәхетлеһе булды, сөнки республика өсөн еңел булмаған ошо ваҡытта мин халҡым менән бергә булдым. Үҙемдең бөтә көсөмдө һәм энергиямды тыуған Башҡортостанымды Рәсәйҙең алдынғы, ныҡлы һәм сәскә атыусы төбәктәренең береһе итеү өсөн һалдым».
Радий Хәбиров үҙенең биш йыллығының һөҙөмтәләре тураһында.

Мәктәптәрҙе ремонтлауға 8,6 миллиард һум


Тарихта тәүге тапҡыр мәктәптәрҙе ремонтлауға миллиондарса түгел, ә миллиардтарса һум бүленә. Һуңғы ике йылда Башҡортостанда 37,6 мең балаға иҫәпләнгән 140 мәктәп бинаһы ремонтланған, был маҡсатҡа 8,6 миллиард һум бүленгән. Бығаса мәктәптәрҙе ремонтлауға йылына 600 миллион һум йүнәлтелә ине, был 40-50 бинаның иң проблемалы урындарын өлөшләтә ремонтлауға етеп торҙо. 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр колледждарға капиталь ремонт яһала башланы: ике йыл рәттән ошо маҡсатта 500-әр миллион һум бүленә.

Талантлы уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға аҡса бирәләр

Башҡортостанда тәүге тапҡыр һәләтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн гранттар булдырылды. Ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусылар – 690-шар мең, иң яҡшы балалар баҡсалары педагогтары – 575-әр мең һум премия, колледждың һәләтле студенттары 5000-шәр һум стипендия ала. Бөтә Рәсәй олимпиадалары һәм конкурстарында еңеү яулаған уҡыусылар, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтар 100 мең һумға тиклем аҡсалата бүләк ала, ә БДИ-ны 100 балға тапшырған һәм Башҡортостан вуздарында уҡырға ингән сығарылыш уҡыусылары бер тапҡыр бирелә торған 150 мең һум күләмендәге премия ала.

Пенсионерҙар бушлай сәйәхәт итә

Ил күләмендә үҙенсәлекле һаналған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты булдырылды. Ул өлкән быуын вәкилдәренә (55+) Башҡортостандың матур урындары буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирҙе. Унда 30 мең кеше ҡатнашты ла инде. 2023 йылда уның географияһы Беларусь менән Абхазияға киңәйтелде.

Ғалимдарға – фатир

Фәнгә аҡса бүлә башланылар! 2022 йылдан йәш ғалимдар һәм уҡытыусылар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм илдең төп университеттарында бушлай стажировка үтеүгә миллион һум күләмендә гранттар ала.

Ауыл тренерҙарына – бер миллион һум

Ауылда ла спорт секциялары эшләһен өсөн 2020 йылда “Ауыл тренеры” проекты старт алды. Ауылға күсеп килгән белгестәр берешәр миллион һум ала.

Рекордлы уңыш

2022 йылда аграрийҙар һуңғы 30 йылда булмағанса рекордлы иген культуралары уңышы йыйып алды – 5 миллион тоннанан ашыу. Был ҡаҙаныш – фермерҙарға ярҙам итеү һәм ташландыҡ ерҙәрҙе әйләнешкә кире ҡайтарыу буйынса ҙур эш һөҙөмтәһе.

Баҡсасылар мәнфәғәтенә аҡса

Һуңғы 50 йылда тәүге тапҡыр республика баҡсасылар проблемаларын хәл итә башланы. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар һалына, электр һәм һыу мәсьәләләре хәл ителә. Иң яҡшы ширҡәттәр төҙөкләндереүгә гранттар ала.

Бушлай һөт

2019 йылда совет заманынан алып тәүге тапҡыр “Һөт кухняһы” эшләй башланы. Ул мохтаж граждандарҙы һәм буласаҡ әсәләрҙе бушлай һөт ризыҡтары һәм ҡоро һөт ҡатнашмалары менән тәьмин итә.

Янғын тураһында иҫкәртеүсе бушлай ҡорамалдар

Кешеләр ғүмерен һаҡлау өсөн янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар бушлай таратыла. Тәүҙә улар ике төрлө категорияға ҡараған граждандарға бирелде, хәҙер инде – 14! Һуңғы биш йылда йорттарға 500 меңгә яҡын янғын иҫкәрткес ҡуйылған, был 978 кешенең, шул иҫәптән 355 баланың ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек биргән.

Матур ҡалалар, ихаталар һәм подъездар

Тәүге тапҡыр йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса эш, урындағы хакимиәттәр көсө менән генә түгел, ә миллиард һумлыҡ гранттар йәлеп итеп, комплекслы рәүештә башҡарыла башланы. 2019 йылдан алып йөҙәрләгән парк, сквер, яр буйы төҙөкләндерелде. Тәүге тапҡыр ихаталарҙы һәм подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса программалар эшләй башланы. Биш йыл эсендә меңдән ашыу ихата һәм подъезд тәртипкә килтерелгән.

Юлдар рәтләнә

Райондарға тәүге тапҡыр ауылдарға илткән юлдарға ҡырсынташ түшәү өсөн аҡса бүленә башланы. 2023 йылда ғына ошо маҡсатҡа 500 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Бөтәһе ике мең километрҙан ашыу юл япмаһы рәтләнгән.

ФАП-тар һәм дауаханалар төҙөлә

Коронавирус пандемияһына ҡара- маҫтан, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса ғүмер оҙонлоғо тарихта тәүге тапҡыр 73 йәштән уҙҙы. Һуңғы биш йыллыҡта Башҡортостанда 14 ҙур дауахана һәм поликлиника, дүрт инфекция госпитале, 333 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ауыл амбулаторияһы төҙөлгән.

Ялған алкоголгә ҡаршы көрәш

Хәбиров килеү менән республикала ялған алкоголь етештереүселәргә һәм һатыусыларға ҡаршы әүҙем көрәш башланды. 2022 йылда Башҡортостан алкоголдән ағыуланып үлеү буйынса минималь күрһәткескә өлгәште – 52 осраҡ. Был күп, әммә бынан ун йыл элек ялған алкоголдән йыл һайын ике-өс йөҙләгән кеше үлә ине.

БЕЛГЕСТӘР НИМӘ ТИ?

Федераль һәм урындағы эксперттар РБК-Өфөгә республиканың һуңғы биш йылдағы ҡаҙаныштарын атаған. Иң ҡыҙыҡлы, тос фекерҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

«Хәбиров күп кенә киҫкен, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итте, шул уҡ ваҡытта халыҡтың да, федераль властың да ихтирамын һаҡлап ҡалды». Дмитрий Журавлев, Төбәк проблемалары институты етәксеһе.

«Хәбиров командаһына коронавирус пандемияһына, МХО-ға, Көнбайыштың санкцияларына бәйле саҡырыуҙар менән осрашырға тура килде. Асылда ошо ваҡыт эсендә идара итеү системаһы көсөргәнешле режимда эшләне һәм төбәктә тотороҡло социаль-иҡтисади торошто һаҡлап, иҡтисади бурыстарҙы үтәне». Николай Евдокимов, сәйәси фәндәр кандидаты.

«Төбәк власының механизация һәм малсылыҡты үҫтереүгә баҫым яһауы – дөрөҫ йүнәлеш. Техника паркының артыуы – заман талабы. Производствоны автоматлаштырмайынса, көнәркәшлеккә өлгәшеп булмай». Леонид Холод, иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының элекке урынбаҫары.

«Төбәктең идеаль башлығы кем ул? Ул биләмәнең мәнфәғәттәрен яҡлаусы һәм лоббист, уның үҫеш драйверы. Хәбиров лоббист булараҡ та, драйвер булараҡ та үҙен таныта алды, тип уйлайым». Константин Калачев, политолог.

Автор:
Читайте нас