

Социаль өлкә тураһында
«Ауыл табибы»на ҡағылышлы түләүҙәрҙе күтәрергә кәрәк. Табиптар өсөн – ике миллионға, фельдшерҙар өсөн бер миллионға тиклем һәм был, минеңсә, ауылда кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә яҡшы стимул буласаҡ.
Беҙҙә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҙгәртеп ҡороу программаһы эшләй, уға ярайһы уҡ ҙур суммала аҡса йүнәлтелә. Автомашиналарҙы ғына 14 мең самаһы тапшырҙыҡ. ФАП-тар төҙөлә, яңыртыла. Беҙ һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҙгәртеп ҡороу программаһын мотлаҡ оҙайтасаҡбыҙ, был буласаҡ президент программаһының бер өлөшөн тәшкил итәсәк. Ғаилә ипотекаһы программаһын да дауам итергә кәрәк. Унда беренсел иғәнә лә минималь күләмдә – 20 процент, йыллыҡ ставка – 6 процент. Әгәр өс бала булһа, 450 мең һумлыҡ субсидия тейеш.
Һәр төрлө тыйыуҙар тураһында. Алкоголгә ҡаршы кампания суррогат һатыуға, көмөшкә ҡыуыуға һәм ялған араҡынан ағыуланыу осраҡтарының артыуына килтерҙе. Бик һаҡ, уйлап эш итергә кәрәк (аборттарҙы тыйыу тураһындағы һорауға яуап).
Донъяла ҡыҙамыҡ сиренең баш ҡалҡытыуы мигранттар килгән илдәрҙә иммунизацияның түбән булыуына һәм Украинаға бәйле.
МХО һәм тыныслыҡ тураһында
Беҙ үҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәшһәк, тыныслыҡ буласаҡ. Улар үҙгәрмәй: денацификация, демилитаризация һәм Украинаның нейтраль статусы.
Бөгөн мобилизация иғлан итеү өсөн бер ниндәй ҙә ихтыяж юҡ. Беҙ 400 мең доброволец йыйыуҙы планлаштырғайныҡ, әлеге көнгә 486 мең кеше йыйылды һәм, ҡулына ҡорал алып, Тыуған иленең именлеген һаҡларға теләгән ир-егеттәр ағымы кәмемәй.
Ҡулына ҡорал тотоп, Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлаусыларҙың барыһы ла бер үк шарттарҙа булырға һәм дәүләт тарафынан бер иш ярҙам алырға тейеш. Шул иҫәптән ЧВК яугирҙәре лә.
МХО-ла ҡатнашҡан меңәрләгән кеше тыныс тормошҡа ҡайтып, мәктәптәрҙә балалар, үҫмерҙәр кол- лективтары менән эшләй. Бисмарк ҡасандыр, һуғышта полководецтар түгел, ә мәктәп уҡытыусылары һәм руханиҙар еңә, тигән. Был дөрөҫ. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ныҡ мөһим.
Рәсәйҙең көньяҡ өлөшөндә аэропорттарҙы асыу өсөн төп шарт – пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Оборона министрлығына быны даими рәүештә анализлап, ҡарар ҡабул итергә ҡушылған. Әгәр улар ошо хаҡта хәбәр итһә, эш алып барасаҡбыҙ.
Европаның, Америка Ҡушма штаттарының күп кенә ҡалаларында, донъяның төрлө төбәктәрендә бихисап кешеләрҙең беҙҙең дөрөҫ эшләүебеҙҙе таныуын беләм. Донъяла беҙҙең традицион ҡиммәттәрҙе хуплаусылар, беҙҙең яҡлы булыусылар бик күп. Уларҙың һаны геометрик прогрессияла үҫә бара.
Русофобия – Рәсәйгә ҡаршы көрәштең бер тармағы. Беҙ үҙебеҙҙә ундай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн барыһын да эшләргә, йәмғиәтте эске яҡтан тарҡатырға маташыуҙарҙы тамырынан юҡ итергә тейешбеҙ.
Тарих әсбаптары хәҡиҡәткә тап килергә, дөрөҫ булырға, бығаса, беҙҙә осрағанса, кемдәрҙеңдер мәнфәғәтенә хеҙмәт итмәҫкә тейеш.
Аҡса тураһында
Рәсәй иҡтисадының запасы үҙен ышаныслы тойоу ғына түгел, алға барыу өсөн дә ярайһы уҡ ныҡлы. Йыл йомғаҡтары буйынса реаль эш хаҡы – 8 процентҡа, халыҡтың килеме яҡынса 5 процентҡа артасаҡ, эшһеҙлек кимәле – 2,9 процент. Дәүләт бурысы 46-нан 32 миллиард долларға тиклем кәмене. 1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме (МРОТ) 18 процентҡа арта. Беҙҙә бөтә нәмә ҡыйраласаҡ тип уйлаусылар яңылышты. Бер нәмә лә ҡыйралманы.
Күптән түгел ауыл хужалығы министры менән һөйләштем, йомортҡаға бәйле хәлде һораным. Ул барыһы ла тәртиптә тине. Ҡарарҙар ҡабул ителде, ошо көндәрҙә хаҡтарға бәйле хәл яҡшырасаҡ. Шуға күрә был мәсьәләгә ҡағылышлы ғәфү үтенәм. Был Хөкүмәттең эшләп еткермәүен күрһәтә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләгәндә пенсионерҙарҙан комиссия алыу дөрөҫ түгел. Әле генә ҡарар ҡабул ителде: пенсионерҙар комиссия түләмәйәсәк.
Эске баҙарҙа үҙебеҙҙең тауарҙарҙың бренды 30 процентҡа артты. Губернаторҙар төбәк брендтарын үҫтереүҙе контролгә алырға һәм һәр яҡлап булышлыҡ итергә тейеш. Был беҙҙең баҙарҙы байытасаҡ, ҡулланыусы өсөн ҡыҙыҡлыраҡ, уңайлыраҡ итәсәк.
Яһалма интеллект үҫешен туҡтатыу мөмкин түгел, тимәк, уны ҡулға алырға һәм был йүнәлештә алдынғы булыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.
Яңы төбәктәрҙе үҫтереү өсөн йыл һайын бюджеттан триллион һумдан ашыу аҡса бүләбеҙ. Бынан тыш, туғандаш төбәктәр 150 миллиард тирәһе бүлде. Быйыл яңы субъекттарҙың бюджетҡа 170 миллиард һум индереүе әһәмиәтле. Был әлеге төбәктәрҙең иҡтисадының тергеҙелеп, яҡшыра барыуы тураһында һөйләй.
Шәхси тормош хаҡында
Күптән түгел бер йәш кешегә: «Әйҙә шахмат уйнайыҡ», – тием. Ул: «Әйҙә», –тип ризалашты. «Нисек уйлайһың, мин еңәсәкменме?» – тип һорайым. Ул миңә аҫтан өҫкә табан ҡараны ла: «Юҡтыр», – тине. Был нимә тураһында һөйләй? Һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләү зарурлығы хаҡында.
Минеңсә, Яңы йылда яҡын кешеләреңә, ғаиләңә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк, уртаҡ шөғөл табырға – күргәҙмә, театрҙарға барырға, спорт менән шөғөлләнергә, әүҙем тормош алып барырға. Байрамды яҡындарың, ғаиләң менән билдәләү яҡлымын.
Мин иң тәүҙә летчик булырға теләнем, өлкән кластарҙа уҡығанда – разведчик. Белеүегеҙсә, булдым.
«Тун аҫтындағы сельд»мы әллә «Оливье»мы? Нимәнән һуң ашауыңа ҡарап!
Иң ҙур бүләк – ул балалар һәм балаларыбыҙҙың балалары. Был – Аллаһтың бүләге.
Йәштәргә кәңәш? Йәшлегегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Алдан уйларға кәрәк. Иртәгә нимә булырын бөгөн уйларға. Шулай уҡ һәр ваҡыт үҙ алдыңа ҙур, хатта тормошҡа ашырып булмаҫтай тойолған маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйырға. Әгәр кеше үҙ алдына шундай маҡсаттар ҡуя икән, ул һәр ваҡыт көрәшә, алға бара һәм мотлаҡ уңышҡа өлгәшә.
Минең китап уҡырға ваҡытым аҙ. Йоҡо бүлмәмдәге тумба өҫтөндә Лермонтовтың томы ята. Мин уны яратам. Шул замандағы шундай кешеләрҙең уйҙары, улар һанлаған ҡиммәттәр, был төшөнсәләрҙе бөгөнгө менән сағыштырыу миңә ныҡ ҡыҙыҡ. Ғөмүмән, ул – гениаль кеше. Мин уны рәхәтләнеп уҡыйым.
Үҙемдең 2000 йылдарҙағы өлгөмә: «Дөрөҫ юл менән бараһығыҙ, иптәштәр», тип әйтер инем. Шулай уҡ беҙгә партнер булып һаналғандарға артыҡ ышаныс, эскерһеҙлек күрһәтеү кәрәкмәүе хаҡында иҫкәртер инем.
Бөйөк рус халҡына, Рәсәй халҡына ышанырға кәрәк. Рәсәйҙең сәскә атыуының, үҫешенең уңыш нигеҙе – тап ошо ышаныста.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.