Шулай уҡ ҙур бизнес-делегация составында 70 предприятие (сәнәғәт һәм ауыл хужалығы) вәкилдәре, 50 бәләкәй һәм урта бизнес вәкиле бар (улар өсөн айырым программа, «Ҡаҙағстан-Башҡортостан» бизнес-форумы әҙерләнгән). Ҡаҙағстандың 400 предприятиеһы вәкилдәре менән осрашыуҙар, шулай уҡ уҡ юғары кимәлдәге осрашыуҙар , шул иҫәптән Ҡаҙағстан президенты һәм хөкүмәт башлығы менән осрашыуҙар ҡаралған.
Рөстәм Моратов Рәсәй менән Ҡаҙағстандың иҡтисади хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләрен дә әйтеп үтте. 2023 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше 3,1% артып, 440 миллион долларға еткән. Шул уҡ ваҡытта экспорт поставкалары 365 миллион долларҙан күберәк тәшкил иткән.
2024 йылда Өфөлә Башҡортостан менән Рәсәйҙең ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы ойошторола.