«Рәсәй төбәктәре балалы ғаиләләргә үҙҙәренең ярҙам сараларын тормошҡа ашыра. Тыуым кимәле уртасанан түбән булған төбәктәргә булышлыҡ итергә тәҡдим итәм. 2030 йылға тиклем ошондай төбәктәргә 75 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡса йүнәлтербеҙ», — тине президент.
Рәсәйҙә ярлылыҡ проблемаһы киҫкен тора, ул «халыҡтың 9% ашыуына ҡағыла», тип белдерҙе Владимир Путин.
«Ә ишле ғаиләләр араһында ярлылыҡ кимәле яҡынса 30% тәшкил итә. 2030 йылға күп балалы ғаиләләр араһында ярлылыҡ кимәлен 12% тиклем кәметергә өлгәшергә кәрәк», — тине ул.