Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Апрель , 09:05

Владимир Путин яҡташыбыҙға «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исем бирҙе

Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән яҡташыбыҙға «Герой-әсә» тигән исем бирелде. Был юлы маҡтаулы исемгә һәм дәүләт наградаларына Благовещен районынан Ольга Викторовна Фатеева лайыҡ булды. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Владимир Путин яҡташыбыҙға «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исем бирҙе
Владимир Путин яҡташыбыҙға «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исем бирҙе

Ошо уҡ указға ярашлы Башҡорт дәүләт медицина университетының   кафедра мөдире Людмила Викторовна Яковлева «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-12/vladimir-putin-ya-tashyby-a-geroy-s-tig-n-ma-tauly-isem-bir-e-3725332

 

Автор:
Читайте нас: