Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Апрель , 11:44

Урал Килсенбаев — Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары

Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы хөкүмәттә һәм үҙенең хакимиәтендә кадрҙар алмашыныуы тураһында хәбәр итте. 

Урал Килсенбаев — Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары
Урал Килсенбаев — Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары

Урал Килсенбаев Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Әлегә тиклем был вазифаны Азат Бадранов биләне, хәҙер ул — республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары.

«Урал Килсенбаев Азат Бадранов башҡарған эш өсөн яуаплы. Мин икегеҙгә лә уңыштар теләйем. Был өлкәлә хәл итәһе мәсьәләләр күп», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-04-15/ural-kilsenbaev-bash-ortostan-premier-ministryny-berense-urynba-ary-3727860

 

Автор:
Читайте нас: