Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Апрель , 13:00

Владимир Путин Башҡортостанда бер нисә ҙур объект төҙөлөшөн хупланы

Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә барған хөкүмәт кәңәшмәһендә Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа  республика өсөн мөһим проекттарҙы бойомға ашырыу хаҡында һөйләшеүҙәрен әйтте.

Владимир Путин Башҡортостанда бер нисә ҙур объект төҙөлөшөн хупланы
Владимир Путин Башҡортостанда бер нисә ҙур объект төҙөлөшөн хупланы

Һүҙ һуғыш ветерандары өсөн клиник госпиталь, лидерҙар мәктәбе төҙөлөшө тураһында бара. Улар буйынса федераль кимәлдә ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителде, Радий Хәбиров премьер-министр Андрей Назаровҡа һәм профилле министрлыҡтарҙың етәкселәренә уларҙы ғәмәлгә ашырыу эшен башларға ҡушты. Бынан тыш, Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү мәсьәләләре һәм башҡа проекттар тикшерелде.

Владимир Путин Радий Хәбировтың яңы срокка тәҡдим ителеүен хупланы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-15/vladimir-putin-bash-ortostanda-ber-nis-ur-ob-ekt-t-l-sh-n-huplany-3727802

 

Автор:
Читайте нас: