Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәйәсәт
16 Май 2024, 11:30

“Рәсәй яҙмышын үҙебеҙ билдәләйәсәкбеҙ!”

Күптән түгел Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инаугурацияһы үтте. Был инаугурация – Владимир Владимирович өсөн бишенсеһе. Шулай итеп, 7 майҙан ил тарихында яңы Президент срогы башланды.

“Рәсәй яҙмышын үҙебеҙ билдәләйәсәкбеҙ!”“Рәсәй яҙмышын үҙебеҙ билдәләйәсәкбеҙ!”
“Рәсәй яҙмышын үҙебеҙ билдәләйәсәкбеҙ!”

Ҡануниәткә ярашлы, Владимир Путин өсөн был Президентлыҡ мөҙҙәте 2030 йылға тиклем дауам итәсәк. “Рәсәй Федерацияһы Президенты вәкәләттәрен башҡарғанда кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, иркен ихтирам итергә һәм һаҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын үтәргә һәм яҡларға, дәүләт суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон, именлеген һәм бөтөнлөгөн һаҡларға, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә ант бирәм!” – тигән антын еткерҙе ул көндө Владимир Путин.

Рәсми һәм төп сара үткәндән һуң Президент Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Тәү сиратта ул бөтә Рәсәй халҡына ышаныс, илебеҙ һынау кисергәндә берҙәмлек өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. “Ил яҙмышын бөгөнгө һәм киләсәк быуындар хаҡына үҙебеҙ генә билдәләйәсәкбеҙ. Ауыр, һынылышлы осорҙо лайыҡлы үтербеҙ, тағы ла көслөрәк булырбыҙ тип ышанам”, – тине Владимир Владимирович.

Ҡануниәт буйынса, ошо көндән Рәсәй Хөкүмәте рәсми рәүештә отставкаға китте һәм бөгөнгө көндә тулыһынса тиерлек ил командаһы ҡайтанан туплан-ды. Яңы Хөкүмәт, Президент хакимиәте составына башлыса элекке команда ағзалары үтте. Мәҫәлән, Хөкүмәтте артабан да быға тиклем Премьер-министр булып торған Михаил Мишустин етәкләйәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡырҡа үҙгәрештәр ҙә бар. Әйтәйек, киң билдәле Сергей Шойгу оборона министры вазифаһынан бушатылды һәм Именлек советы секретары итеп тәғәйенләнде. Ә уның вазифаһын хәҙер быға тиклем гражданлыҡ ведомстволарында эшләүсе Андрей Белоусов атҡарасаҡ.

Әлбиттә, был Владимир Путин өсөн яңы президентлыҡ осоро ғына түгел, илебеҙ яңы баҫҡыста яңы үрҙәргә табан атлағанын барыһы ла аңлай. Донъя аренаһында ла, ил эсендә лә Рәсәй көслө була бара. Иҡтисад, социаль үҫеш, йәштәр, ғаилә – ҡайһы өлкәне генә алма, бар йүнәлештә лә яңы осор, үҫеш осоро башланып тора. Киләһе алты йыл һәм унан артабан да илебеҙ тарихы өсөн иң яҡшы йылдар буласағына өмөт итеп ҡалайыҡ!

Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.

Автор:
Читайте нас