Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Октябрь , 09:50

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне

Владимир Путин 26 сентябрҙә дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, документ бөгөн рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар.

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне
Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланды.

Бөрө районы «Буревестник» спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Зөфәр Ситдиҡов Физик культура һәм спорт өлкәһендәге хеҙмәттәре, күп йыллыҡ намыҫлы эше өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-10-01/vladimir-putin-ya-tashtaryby-y-d-l-t-nagradalary-men-n-b-l-kl-ne-3952437

 

Автор:
Читайте нас: