Рәсәйҙә йәшәүсе ҡатын телефон аша шылтыратып Путиндан ҡасан Курск өлкәһе азат ителеүе, ни рәүешле төбәктә торлаҡ һәм инфраструктура тергеҙелеүен белде.
Егеттәр һуғыша, әлеге мәлдә лә алыш бара. Украина хәрби көстәренең унда инер өсөн хәрби йәһәттән бер мәғәнәһе лә юҡ. Әммә беҙ уларҙы мотлаҡ бәреп сығарасаҡбыҙ. Пландар бар, уларға доклад яһап торалар. Әммә ҡайһы көндө бәреп сығарыуыбыҙҙы әйтә алмайым. Егеттәр бит мине ишетә. Бер йә ике көн әлеге осраҡта бик мөһим түгел. Барыһы ла, һис шикһеҙ, тергеҙеләсәк.