Уҙған йылда Рәсәйҙә төҙөлгән торлаҡ күләме - 110 миллион квадрат метр тәшкил иткән, был - Советтар Союзы заманынан алып ҡарағанда, рекордлы күрһәткес. Владимир Путин Рәсәйҙә балалы ғаиләләр, ИТ-белгестәр, Алыҫ Көнсығышта, Арктика зонаһында һәм яңы биләмәләрҙә йәшәүселәр өсөн льготалы ипотекаларҙың һаҡланыуын раҫланы.
Шулай уҡ ил башлығы енәйәти маҡсатта граждандарҙың банк карталарына ҡағылышлы мутлашыу схемалары ҡулланылыуы тураһында хәбәрҙар булыуын белдерҙе. Президент хәлдең етдилеген раҫланы, ул банктарҙың "тиҙ арала" кредит бирергә өйрәнгәнен билдәләне. Әммә улар граждандарҙың түләү һәләтен тикшерергә бурыслы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Путин үҙенең таныштарына ла мутлашыусылар шылтыратыуын һөйләне. Ул сит кешеләр менән һөйләшмәҫкә һәм шунда уҡ трубканы ташларға кәңәш итә.