Семинарҙа партияның Үҙәк башҡарма комитеты Етәксеһе урынбаҫары – Сәйәси эш идаралығы етәксеһе, Юғары партия мәктәбе директоры Роман Романов һәм партияның Генераль советы ағзаһы, Дәүләт Думаһында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Андрей Исаев ҡатнашты.
– Башҡортостанда Юғары партия мәктәбенең филиалын асыуыбыҙ, әлбиттә, бик шәп. Был башланғысты «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль советы Секретары Владимир Владимирович Якушев та хупланы, бының өсөн уға ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө ҡатмарлы, тиҙ үҙгәреүсән шарттарҙа һәр кемгә даими, яҡшы һәм сифатлы уҡырға, өйрәнергә кәрәк. Бының өсөн ваҡыт табырға, ниҙәр барғанын аңларға һәм даими рәүештә «сәғәттәрҙе дөрөҫләргә».
Төбәк етәксеһе Рәсәй Федерацияһы Президентын, Башҡортостан Башлығын, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, ҡала һәм район советтары, ауыл биләмәләре депутаттарын һайлауҙы үҙ эсенә алған ике йыллыҡ ҙур һайлау циклына йомғаҡ яһаны. Тауыш биреү һөҙөмтәләре халыҡтың «Берҙәм Рәсәй» партияһына илдең төп сәйәси көсө булараҡ ышаныуын раҫланы.
– Махсус хәрби операция башланғандан алып, донъя сәйәсәтендә лә, тормошобоҙҙа ла тектоник үҙгәрештәр булды. МХО иң элек беҙҙе берләштерҙе. Беҙ уның кешеләрҙең ысын хистәренә шул тиклем тәьҫир иткәнен күрәбеҙ, улар хатта беҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш та берләшә башланы. Моғайын, Башҡортостанда урындағы халыҡ йыйылып маскировка селтәрҙәре үрмәгән бер генә ҙур тораҡ пункт та юҡтыр. Был ғәжәп хәл, әле уның айышына төшөнөп етергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Санкцион баҫым шарттарында республиканың ярайһы уҡ уңышлы үҫешеүе мөһим. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса беҙ йәшәү сифаты буйынса Рәсәйҙең тәүге 10 төбәге иҫәбенә индек. Ә өс йыл элек Стратегик инициативалар агентлығының был рейтингында беҙ 40-сы инек. Өҫтәүенә, урынды билдәләгәндә халыҡтың төрлө өлкәләрҙән ҡәнәғәтлеге буйынса аноним һорау алыуҙар ҙур әһәмиәткә эйә – медицина хеҙмәтләндереүе, мәғариф, хәүефһеҙлек, социаль яҡлау, торлаҡ, инфраструктура һәм башҡалар. Тимәк, кешеләр беҙҙең эштең һөҙөмтәлелеген һәм ыңғай үҙгәрештәрҙе күрә.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәйгә һәм республикаға дошман структуралары яғынан бығаса булмаған мәғлүмәт һөжүме бара, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. Һәм был баҫымға һөҙөмтәле ҡаршы торорға, күп йәһәттән алдан эш алып барырға кәрәк.
– Беҙҙең бурыс – республиканың социаль-иҡтисади үҫеше менән тыныс, ышаныслы шөғөлләнеү. Төбәк идара итеү командаһы эше яйға һалынған һәм һөҙөмтәле булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Алдағы йылдарҙа Башҡортостан яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға етди федераль ресурстар аласаҡ. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы буйынса. Әгәр беҙ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлағанса эшләһәк, 2030 йылға инфраструктура, биналар, ҡорамалдар йәһәтенән был өлкәлә бер ниндәй ҙә ҙур һорауҙар булмаясаҡ.
Республика етәксеһе, партия хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләренә әүҙем ҡушылырға тейеш, тип билдәләне. МХО ветерандарына һәм, хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан һуң, өйҙәренә ҡайтҡандарға реабилитация үтергә һәм эшкә урынлашырға ярҙам итергә. Быға республикала 27 ғинуарҙан башланған «Башҡортостан геройҙары» республика программаһы ла булышлыҡ итергә тейеш. Уның маҡсаты – «Геройҙар ваҡыты» федераль проекты менән аналогик рәүештә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан кадрҙар әҙерләү.
– Барыһы ла яҡшы буласағын аныҡ беләбеҙ. Бергәләп еңеп сығырбыҙ һәм бар һынауҙарҙы ла үтербеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Бының өсөн аҡыллы булырға, эште теүәл башҡарырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, тәү сиратта кешеләр менән осрашырға, аралашырға һәм эшләргә.
***
«Берҙәм Рәсәй» БҺК Етәксеһе урынбаҫары – Сәйәси эш идаралығы етәксеһе, Юғары партия мәктәбе директоры Роман Романов күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуҙың һәм уҡыу процесында көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп тикшереүҙең мөһимлеген билдәләне.
Үҙ тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: уҡытыуҙа иң мөһиме – яңы мәғлүмәт алыу ғына түгел, ә фекер алышыу, тикшереү, бергәләп анализлау. Был семинарҙа эш тап шулай ойоштороласаҡ, – тине Роман Романов.
***
Партияның Генераль советы ағзаһы, Дәүләт Думаһында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Андрей Исаев 2025 йыл партия кимәлендә Муниципаль депутат йылы тип иғлан ителеүен иҫкә төшөрҙө һәм төбәктә Юғары партия мәктәбе филиалын булдырыу урындағы сәйәси советтар үҫешендә мөһим аҙым булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
***
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, халыҡ менән эшләү һөҙөмтәле инструменттар һәм командалы ҡараш талап итә, тип билдәләне. Урындағы партия структураһы халыҡ менән диалог булдырыу өсөн барлыҡ кәрәкле ресурстарға эйә, һәм уларҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк.