

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, хеҙмәт министрлығында производство календарын төҙөгәндә рәсәйҙәрҙең байрамға әҙерләнергә мөмкинлеге булһын өсөн йылдың һуңғы көнөн ял көнө итергә уйлайҙар.
«2025 йылда 31 декабрь ял көнө була. 2026 йылда ла шулай эшләргә тырышырбыҙ», — тип Котяковтың әйткән һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.
Быйыл 31 декабрь 5 ғинуарҙағы ялды күсереүгә бәйле ял көнө булып тора.
Башинформ.