Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәйәсәт
10 Июль 2025, 08:10

Радий Хәбиров “ФедералПресс” мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе

Башҡортостан Башлығы Екатеринбургта “Иннопром-2025” Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында “ФедералПресс” мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе инвестициялар йәлеп итеү, етештереүҙе кадрҙар менән тәьмин итеү, шулай уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров “ФедералПресс” мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙеРадий Хәбиров “ФедералПресс” мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе
Радий Хәбиров “ФедералПресс” мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе

Башҡортостан Башлығы Екатеринбургта “Иннопром-2025” Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында “ФедералПресс” мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе инвестициялар йәлеп итеү, етештереүҙе кадрҙар менән тәьмин итеү, шулай уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында һөйләне.

ХӘБӘРСЕ: Башҡортостан бер нисә йыл рәттән инвесторҙар өсөн ылыҡтырғыс булған төбәктәр рейтингында алдынғы урындарҙы биләй. Ниндәй ярҙам саралары һәм башланғыстар арҡаһында ошо лидерлыҡты һаҡлай алаһығыҙ? Үҙгәрә барған иҡтисад шарттарында, атап әйткәндә, юғары ставкаларҙы иҫәпкә алып, был саралар нисек үтәлә бара?

Радий ХӘБИРОВ:  Һуңғы йылдарҙа республика инвестициялар өсөн ылыҡтырғыс төбәк позицияһын биләй. Был – беҙҙең идара итеү командаһының төп йүнәлештәрәнең береһе. Беҙ ике эште башҡарҙыҡ. Инвестиция эшмәкәрлеге өлкәһендә бөтә ярҙам саралары линейкаһын тормошҡа ашырҙыҡ. Был осраҡта ошо даирәләге федераль сараларҙы ла әүҙем ҡулланабыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, улар тос финанс ярҙамы булып тора.

Икенсеһе – ошо осорҙа эштең тойғоло йөкмәткеһен дә төҙөнөк. Беҙ – үҙ һүҙендә торған төбәк, бизнес өсөн дуҫтарса интерфейслы төбәк. Үҙ финанс моделдәребеҙҙән тыш кеше факторы ла мөһим. Әгәр ҙә үҙеңә алған йөкләмәне үтәмәйһең икән, һинән ситләшә башлаясаҡтар. Минеңсә, беҙ ике мәлде бергә ҡуша алдыҡ.  Һуңғы алты йылда иҡтисадҡа инвестиция ағымы тотороҡло арта бара. Ошо арала уларҙың күләме 72 процентҡа артты һәм Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән 40 процент самаһына юғарыраҡ.

Мин һәр саҡ шуны билдәләйем – элегерәк инвесторҙар республиканы “яратып етмәне”. Ғәмәлдә беҙ үҫешкән сәнәғәткә, ҡеүәтле ауыл хужалығына, етди ғилми потенциалға эйәбеҙ. Шуға күрә бөгөн беҙҙә инвестиция эшмәкәрлеге ренессанс кисерә.

ХӘБӘРСЕ: Һуңғы осрҙағы көнүҙәк темаларҙың береһе – Башҡортостан иҡтисадты кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен нисек атҡара?

Радий ХӘБИРОВ: Беҙ хеҙмәт баҙарындағы хәлдең ябай түгеллеген аңлайбыҙ. Эш эҙләгән бер кешегә сама менән һигеҙ вакансия тура килә. Бигерәк тә инженер-техник кадрҙар, юғары квалификациялы эшселәр етешмәй.

Был мәсьәләне хәл итеү өсөн беренсе сиратта урта һөнәри белемгә таянабыҙ. Беҙҙең республиканың ҡаҙанышы – ошондай уҡыу йорттары селтәренең һаҡланып ҡалыуы. Беҙҙә 92 колледж һәм уларҙың 30 филиалы эшләй, йәғни һәр муниципалитетта урта һөнәри белем учреждениеһы бар. Икенсе йүнәлеш – мәктәптәрҙә иртәрәк һөнәри йүнәлеш биреү.

Дөйөм алғанда, был ҡатмарлы хеҙмәт баҙарында урта һөнәри белемгә эйә булған төбәктәр отасаҡ һәм йоғонтоло эшләй аласаҡ тип уйлайым. Был заманса оҫтаханаларҙы финанслауға, педагог-мастерҙарҙың эш хаҡын күтәреүгә, һәйбәт ятаҡтар булдырыуға бәйле.

Шулай уҡ кадрҙар әҙерләүҙең ике яҡлы хәрәкәт икәнен дә оноторға ярамай. Беҙҙең күп кенә предприятиелар был эштә ҡатнаша, студенттарҙы беренсе курстан уҡ практикаға саҡыра, предприятиела эш менән тәьмин итә. Былар бөтәһе бергә ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмай.

ХӘБӘРСЕ: Республика тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтерә. Һеҙҙең сит илдәрҙә партнерҙарығыҙ күп, Ҡытай, Яҡын Көнсығыш илдәре менән кооперация булдырыу өҫтөндә эшләйһегеҙ. Һеҙ баҙарҙағы ниндәй урындарҙы бергәләп үҙләштерәһегеҙ?

Радий ХӘБИРОВ: Йоғонтоло сәнәғәтте халыҡ-ара кооперациянан тыш булдырып һәм үҫтереп булмай.  Ул табышты арттырырға ярҙам итә. Фәҡәт күп предприятиелар, сифатлы һәм халыҡ-ара баҙарҙа көнәркәшле продукция етештерһә лә, сит ил баҙарҙарына сығырға йөрьәт итмәй. Уларҙа бит икенсе ҡануниәт, икенсе эш ҡағиҙәләре хөкөм һөрә. Был осраҡта предприятиеларға ярҙамдың бөтә төрҙәре ҙур әһәмиәткә эйә.

Беҙҙә Рәсәй экспорт үҙәге сиктәрендәге ярҙам саралары бик күп. Шул иҫәптән – экспорт буйынса кешбэк, “Ашығыс экспорт ярҙамы” һәм “Экспорт форсажы” проекттары. Был алымдар бизнесҡа донъя баҙарында эш иткәндә күпмелер дәрәжәлә гарантия бирергә һәм ышанысты арттырырға бурыслы.

Беҙ шулай уҡ халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлеккә ярҙам итеүҙә республика Башлығы һәм Хөкүмәт кимәлендә ҡулсатыр системаһы булдырабыҙ. Үҙебеҙ әүҙем хеҙмәттәшлек иткән төбәктәрҙә Башҡортостандың вәкиллектәрен астыҡ. Улар Рәсәйҙең сауҙа вәкиллектәре структураһында эшләй, беҙҙең экспортерҙарға ярҙам итеү буйынса бурыстарҙы үтәй. Бынан тыш, дәүләт етәкселәре менән диалогтар, мәҙәни бәйләнештәр булдырабыҙ. Былар барыһы ла беҙҙең предприятиеларҙың тышҡы баҙарҙағы ышанысын арттыра.

ХӘБӘРСЕ: Һәм, һуңғы сиктә, һәр саҡ кеше менән кеше бәйләнешкә инә.

Радий ХӘБИРОВ:  Барыһын да кешеләр хәл итә.

ХӘБӘРСЕ: Ҙур рәхмәт.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2025-07-09/radiy-h-birov-federalpress-m-l-m-t-agently-yna-intervyu-bir-e-4308899

 

 

Автор:
Читайте нас