Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәйәсәт
23 Декабрь 2025, 10:53

Владимир Путин «Йыл йомғаҡтары»нда нимәләр хаҡында һөйләне?

Ил Президенты «Йыл йомғаҡтары»н үткәрҙе, тапшырыу тура эфирҙа 4,5 сәғәт барҙы. Беҙ Рәсәй лидерының иң мөһим белдереүҙәрен тупланыҡ.

Владимир Путин «Йыл йомғаҡтары»нда нимәләр хаҡында һөйләне?Владимир Путин «Йыл йомғаҡтары»нда нимәләр хаҡында һөйләне?
Владимир Путин «Йыл йомғаҡтары»нда нимәләр хаҡында һөйләне?

Тыныслыҡ һәм яңы махсус операциялар тураһында

Тәүге сәбәптәрҙе бөтөргән осраҡта, был конфликтты тыныс саралар менән тамамларға әҙербеҙ һәм тап шуны теләйбеҙ. Курск өлкәһен Украина ҡораллы көстәренән азат иткәндән һуң стратегик инициатива тулыһынса Рәсәй армияһына күсте. Беҙҙең ғәскәрҙәр барлыҡ хәрби бәрелеш һыҙығы буйынса һөжүм итә һәм йыл аҙағына тиклем яугирҙарыбыҙҙың яңы уңыштарын күрәсәкбеҙ әле. Украиналағы хәрби хәрәкәттәрҙә бөтәһе 700 мең кеше ҡатнаша.

Беҙгә тәҡдим ителгән компромистарға барырға ризабыҙ. Туп тулыһынса Киев режимының башлығы һәм уларҙың Европалағы бағыусылары ҡулында. Һөйләшеүҙәргә лә, конфликтты тыныс юл менән тамамлауға ла әҙербеҙ.

Әгәр Көнбайыш Рәсәйгә хөрмәт менән ҡараһа һәм НАТО-ны киңәйтеүгә бәйле кеүек алдаҡтарға юл ҡуймаһа, яңы хәрби операциялар булмаясаҡ.

Телефондан мутлашыусылар хаҡында

Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә енәйәттәр һаны – ете, ә зыян 33 процентҡа кәмегән, йәғни дөйөм алғанда, һөҙөмтә ыңғай, әммә мутлашыусылар артабан да ҡоралдарын камиллаштырасаҡ һәм аҡса талап итеү өсөн саралар күрәсәк. Шуға күрә, кем ниндәй генә тауыш менән өндәшһә лә (яһалма интеллекттың мөмкинлектәре хаҡында ла онотмағыҙ), аҡса һәм башҡа мөлкәт тураһында һөйләй башлағас та, шунда уҡ телефонды һалығыҙ.

Табиптар хаҡында

Медицина өлкәһе буйынса белем алған студенттарҙы мәжбүри рәүештә эшләтеү, ниндәйҙер тәғәйен ҡалаға йәки урынға мотлаҡ йүнәлтеү тураһында һүҙ бармай. Һүҙ кешенең ҡайҙа булһа ла һөнәре буйынса эшләргә тейешлеге тураһында бара. Был педагогия вуздары студенттарына ҡағылмай, әлегә ундай ихтыяж юҡ тип уйлайым.

Һалымдарҙы арттырыу тураһында

Өҫтәлгән хаҡҡа һалымды (НДС) арттырыуҙың маҡсаттары ябай – бюджеттың тигеҙлегенә өлгәшеү. Һалымды арттырғанда бының ҡағыҙҙа ғына булмауы, ә бюджетҡа реаль килемдәрҙә сағылыш табыуы зарур. Бурыс – йәшерен иҡтисадтан һәм, һалым түләмәйенсә, күләгәлә ҡалыуҙан ҡотолоу. Был – етди бурыс. Мәңге шулай булырмы? Юҡ, әлбиттә. Төп маҡсат – киләсәктә һалым йөкләмәһен кәметеү. Хөкүмәт тап шуға өлгәшеү маҡсатында эш итә.

Иҡтисад торошо тураһында

Федераль бюджет дефициты – 2,6 процент. Әммә уның киләһе йылда 1,6 процент тәшкил итеүенән һәм өс йылда 1,5 проценттан артмаҫҡа тейешлегенән сығып эш итәбеҙ. Был һәйбәт күрһәткес, беҙҙә дәүләт бурысы ла бик түбән, үҫешкән иҡтисадтар араһында иң аҙҙарҙың береһе булып ҡалыуын күҙ уңында тотабыҙ. Иң мөһиме – Хөкүмәт бюджетты тигеҙләй алды, был – ил иҡтисады һәм финанс системаһы тотороҡлолоғоноң әһәмиәтле күрһәткесе. Тимәк, халыҡ алдындағы социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә, милли проекттар сиктәрендә үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүгә, технология үҫеше маҡсаттарына өлгәшеүгә һәм, һис шикһеҙ, Ҡораллы Көстәр ихтыяжын тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе тулы күләмдә хәл итә аласаҡбыҙ.

Макс мессенджеры хаҡында

MАХ-ты булдырыу кәрәк инеме? Әлбиттә, кәрәк. Үҙебеҙҙең мессенджерҙан башҡа бөтә нәмәбеҙ ҙә бар ине. Рәсәй – һанлы суверенитетҡа эйә булған өс илдең береһе. Улар – Америка Ҡушма Штаттары, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм хәҙер Рәсәй. MАХ-ҡа килгәндә, көнәркәшлек һәр ваҡыт кәрәк, һәм ул шулай буласаҡ.

Көн режимы тураһында

Нисәнән нисәгә тиклем эшләйем?.. Эшемде элек тә һуң ғына тамамлай инем, хәҙер торған һайын тағы ла һуңыраҡ. Нисәгә тиклем икәнен әйтмәйем, сөнки был хеҙмәт закондарын боҙоу һәм улай итеү дөрөҫ түгел. Ваҡытында йоҡларға ятырға, үҙеңде формала тоторға кәрәк. Барығыҙҙы ла тап шундай йәшәү һәм эш режимына әйҙәйем.

Сихырсылар рекламаһын тыйыу тураһында

Төрлө мистик тәжрибәләр менән булышыу, сихырсылыҡ һәм башҡалар – алйотлоҡ. Улар халыҡты яңылыштыра, күсмә һәм тура мәғәнәлә ниндәйҙер ҡараңғы мөйөшкә этәрә, кешеләрҙең әхлаҡи булмышына, психикаһына һәм психологик торошона ҙур зыян килтерә. Быға ҡаршы көрәшергә кәрәк, тик кеше хоҡуҡтарын боҙмаҫ өсөн, быны һаҡ эшләү зарур. Сикләүҙәрҙә сама белеү шарт.

200 йылдан һуң илдең киләсәге тураһында

Илебеҙ юғары белемле һәм юғары технологиялы булыр һәм технологиялар ярҙамында алдында торған бөтә бурыстарҙы хәл итер, тыныслыҡ һәм именлек шарттарында йәшәр, тип уйлайым.

Башҡортостанды өс тапҡыр иҫкә алдылар

Эфир ваҡытында өс тапҡыр Башҡортостандан һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр яңғыраны. Тәүҙә алып барыусы Екатерина Березовская Белоретта йәшәүсе Людмила Орлованың мөрәжәғәте тураһында һөйләне. Уның улы былтыр МХО-ла һәләк булған, үлгәндән һуң «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, әммә Людмилаға миҙалды бирә алмағандар. Әсә тура бәйләнешкә мөрәжәғәт иткәс, оборона ведомствоһы мәсьәләне тиҙ арала хәл иткән. Награда геройҙың әсәһенә тапшырылған.

Артабан Президент Башҡортостан һәм Татарстандың бөтә донъяға төрлө милләт, дин кешеләренең үҙ-ара татыулыҡта һәм дуҫлыҡта йәшәү өлгөһөн күрһәтеүе хаҡында белдерҙе.
«Беҙ Рәсәй Федерацияһында бөтә традицион диндәрҙе яҡланыҡ һәм киләсәктә лә яҡларға ниәтләйбеҙ», – тине Владимир Путин.

Өсөнсөнән, «Башинформ» агентлығы журналисы Ләйсән Закирова халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм Башҡортостандың Тажикстанда индустриаль парк булдырыу тәжрибәһе тураһында һорау бирҙе.
«Әле Тажикстанда Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркы ойошторола һәм Рәсәй яғынан был проекттың операторы булып Башҡортостан сығыш яһай. Минең һорауым: тағы ниндәй дуҫ илдәрҙә бындай майҙансыҡтар булдырылыуы ихтимал? Башҡортостаныбыҙҙың тәжри­бәһе тағы ҡайҙа кәрәк булыр?» – тип мөрәжәғәт итте ул ил башлығына.

«Бына бер нисә йыл инде Мысырҙа, Нил зонаһында, ошондай структура булдырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Был Рәсәй һәм Мысыр өсөн етди иҡти­сади һөҙөмтәләргә килтерергә те- й­еш. Шундай уҡ проекттарҙы башҡа дәүләт-партнерҙарҙа ла ҡарайбыҙ һәм, һис шикһеҙ, һеҙҙең тәжрибәгеҙ ҙә файҙаланыласаҡ. Башҡортостандың үҫешкән технология, сәнәғәт базалары менән мөһим роль уйнауына һәм үҙенең алдына ҡуйған бөтә маҡсаттарға өлгәшеүенә шигем юҡ. Федераль Хөкү­мәттән, кәрәк булһа, һеҙҙе хуплауҙарын һорайым», – тип яуапланы Владимир Путин.

 

Материалдар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе axmetshina.v@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас