Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Декабрь 2025, 12:48

Радий Хәбиров Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы

Бөгөн, 24 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә.

Радий Хәбиров Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы

 Конституция – төбәккә үҫешергә мөмкинлек биргән республика ҡануниәтенең нигеҙе, тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

«Ҡиммәттәребеҙгә таянып, алға барырға. Башҡортостан быуаттар буйына бөйөк Рәсәйҙең мөһим өлөшө булып тора, һәм беҙҙең Конституция ошо берҙәмлекте нығыта.

Һәммәһен дә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым», – тип ҡотланы республика етәксеһе.

Автор:
Читайте нас