

«Башҡортостандың ғорурланырлыҡ нәмәләре бар. Был йыл беҙҙең өсөн айырыуса уңышлы булды: Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәре — Бөтә донъя мираҫы исемлегенә, беҙҙең «Торатау» ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде. Өфө университетында ЮНЕСКО кафедраһы барлыҡҡа килде, ә Ғафури районында Рәсәйҙә тәүге «алтын ҡаҙаҡтар» асылды.
Беҙ туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ. Мәҫәлән, бөгөн тағы ла бер мөһим аҙым яһаныҡ — Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй геология ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Павел Владимирович Химченко менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Бергәләп Башҡортостанда Милли геопарктар системаһын булдырыу өҫтөндә эш башлайбыҙ.
Рәсәйҙә ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында яңы геопарктар барлыҡҡа килергә тейеш. Ә беҙҙең республика биләмәләрҙе үҫтереү йәһәтенән туплаған тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер», — тип яҙҙы Радий Хәбиров МАХ мессенджерында.
Башинформ.