Башҡортостандың Рәсәй парламенты менән үҙ-ара эш итеүен киңәйтеү, республикала «Ғәҙел Рәсәй» партияһының эшмәкәрлеге, шулай уҡ төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм спортта берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыу фекер алышыуҙың төп темалары булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Осрашыуҙа Радий Хәбиров Башҡортостанда бөтә кимәлдәге партия вәкилдәре менән конструктив мөнәсәбәттәрҙең яйға һалыныуын билдәләне.
«Ғәҙел Рәсәй» беҙҙең өсөн партнёрҙарса сәйәси көс булып тора. Эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре буйынса беҙ үҙ-ара аңлашып, бергәләп республика һәм ил мәнфәғәте өсөн эшләйбеҙ», — тип белдерҙе ул.
Осрашыуҙа шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү тураһында фекер алыштылар. Александр Бабаков Башҡортостан етәкселегенең эшен һәм Радий Хәбировтың төп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә индергән шәхси өлөшөн юғары баһаланы.
«Республика Башлығына асыҡ һәм йөкмәткеле диалог өсөн рәхмәтлемен. Башҡортостан етәкселегенең, шул иҫәптән яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тырышыуы юғары баһаға лайыҡ», — тине Александр Бабаков журналистар менән әңгәмәлә.
Осрашыуҙа Өфөлә Өҫтәл теннисы үҙәген төҙөү проектын тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бүленде. Объектты төҙөү эштәре уҙған йылдың октябрендә башланды, уны 2026 йылда тамамлау планлаштырыла.
Башинформ.