

Документ иҡтисадтан һәм инновацияларҙан алып экологияға һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа тиклем йүнәлештәрҙең киң спектры буйынса үҙ-ара эш итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Атап әйткәндә, яҡтар бизнес һәм инвестициялар өсөн уңайлы шарттар булдырырға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итергә, фәнни тикшеренеүҙәр менән бәйле производстволарҙы һәм берлектәге предприятиеларҙы үҫтерергә, продукция менән үҙ-ара тәьмин итеүҙе яйға һалырға һәм импортты алмаштырыу менән шөғөлләнергә ниәтләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быға тиклем Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлек тураһында тағы бер нисә документҡа ҡул ҡуйғайны.
https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostan-menn-vologda-lke-hemttshlek-turaynda-kileshe-tn/