Ашҡаҙар
+16 °С
Облачно
Сәйәсәт
5 Июня , 05:06

Радий Хәбиров Роснедра етәксеһе Олег Казанов менән осрашты

4 июндә XXIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе ойоштороу аспекттары һәм IV «ГеоСаҡырыу» халыҡ-ара геология чемпионатын үткәреү.

Радий Хәбиров Роснедра етәксеһе Олег Казанов менән осраштыРадий Хәбиров Роснедра етәксеһе Олег Казанов менән осрашты
Радий Хәбиров Роснедра етәксеһе Олег Казанов менән осрашты

Чемпионат республикала 2023 йылдан алып Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында ойошторола.

2025 йылда сарала 17 илдән 38 команда ҡатнашҡан. 2026 йылда «ГеоСаҡырыу»ға республикаға 40-тан ашыу команданың килеүе көтөлә. Улар араһында Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Зимбабве, Фәләстин, Иран, Ираҡ, Сүриә һәм Венесуэла вәкилдәре бар.

Агентлыҡ етәксеһе сараның ғилми хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм геологик белем биреүҙе үҫтереүҙәге әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– «ГеоВызов» чемпионаты халыҡ-ара кимәлгә сыҡты – командалар һаны арта, яңы ҡатнашыусылар ҡушыла, – тине Олег Казанов. – Уҙған йылда Башҡортостанда чемпионат ғәҙәттәгесә юғары кимәлдә үтте. Быйыл тағы ла күберәк командалар, йәш геологтар, сағыу асыштар көтәбеҙ.

 

https://glavarb.ru/ba/news/event/Ep-aty-baylytaryn-fayalanyu-buyynsa-federal-agently-etksee-Oleg-Kazanov-menn-osrashyu/

Автор:
Читайте нас