Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Социаль яҡлау
7 Июнь 2023, 08:15

Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам фондтарында булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәрбиҙәргә ярҙам фондтарына барыуы хаҡында яҙҙы. Уларҙың береһе — Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса асылған «Ватанды һаҡлаусылар» федераль дәүләт фонды филиалы. Икенсеһе — ҡаланыҡы, Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан.

Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам фондтарында булдыРадий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам фондтарында булды
Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам фондтарында булды

«Яҡшы ремонт, эшлекле мөхит, балалар өсөн зона бар. Беҙ бында барыһына ла уңайлы булырлыҡ итеп эшләргә тырыштыҡ, ә иң мөһиме — фондта кәрәкле ярҙамды артыҡ мәшәҡәтһеҙ алырға тейештәр.

Өфөләге кеүек муниципаль фондтар Башҡортостанда бер нисә, улар Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа ла бар. Беҙҙең бурыс — тотош республикала ошондай ярҙам үҙәктәрен булдырыу.

Яугирҙәребеҙгә биргән вәғәҙәбеҙҙе үтәйбеҙ, уларҙы, ғаиләләрен һәм яҡындарын ярҙамыбыҙҙан ташламайбыҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас