Ашҡаҙар
+9 °С
Облачно
Социаль яҡлау
17 Августа 2023, 07:31

Пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләү

Пенсия тәғәйенләнгәндән һуң пенсионер эшен дауам итһә, пенсия ҡайтанан иҫәпләнә. Уны йыл һайын үткәрәләр. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләүПенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләү
Пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләү

Пенсияның күпмегә артыуы страховка взностары күләменә бәйле. Страховка пенсияһына максималь өҫтәмә - өс шәхси пенсия коэффициенты.

2023 йылдың авгусында Рәсәйҙең Социаль фонды закон менән билдәләнгән тәртиптә 2022 йылда эшләгәндәрҙең страховка пенсияһын ҡайтанан иҫәпләй.

Башҡортостандан 219 мең пенсионерҙың пенсияһы ҡайтанан һаналды. Иҫәп-хисап үткән йылда эш биреүселәр страховка иғәнәһе түләгән пенсионерҙарҙың барыһына ла ҡағылды.

Шулай уҡ, билдәләнгән тәртиптә ҡараусыһын юғалтыу буйынса страховка пенсияһы күләме яңынан иҫәпләнә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас