Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Социаль яҡлау
30 Август 2023, 06:00

Башҡортостанда мәктәпкә әҙерләнеүгә кемгә һәм нисек ярҙам итәләр

Әгәр һеҙ әлегәсә балағыҙҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн аҡса туплайһығыҙ икән, ошо мәҡәләне ентекле уҡып сығырға кәңәш итәбеҙ. Бәлки, һеҙгә дәүләттән ярҙам сараһы тейештер? Бәлки, хәйриә акцияһында ҡатнашыусы булып китерһегеҙ? Донъяла изге күңеллеләр күп, ярҙам ҡулы һуҙыусы мотлаҡ табыласаҡ.

Башҡортостанда мәктәпкә әҙерләнеүгә кемгә һәм нисек ярҙам итәләрБашҡортостанда мәктәпкә әҙерләнеүгә кемгә һәм нисек ярҙам итәләр
Башҡортостанда мәктәпкә әҙерләнеүгә кемгә һәм нисек ярҙам итәләр

Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә мәктәп формаһына сығымдарҙы ҡайтаралар


Мәктәп формаһы һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарып булыуын белә инегеҙме? Был ярҙам сараһы менән өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнгән ғаиләләр ҡуллана ала (1 сентябргә тиклем 18 йәш тулмауы шарт). Күп балалы ғаиләләр өсөн был – бик ҙур ярҙам, сөнки яңы уҡыу йылы алдынан киткән сығымдарҙың байтаҡ өлөшө тап мәктәп кейеменә тура килә. Был компенсация менән ике йылға бер тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Программаны булдырыусылар бер мәктәп формаһы ике уҡыу йылына тип иҫәпләп сығарған.

Быйыл компенсация 4664,5 һум тәшкил итә. Уны юллау өсөн Республика социаль ярҙам үҙәгенән ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнеүен раҫлаған белешмә алырға кәрәк. Шулай уҡ бөтә ғаилә ағзаларының документтарын, һатып алыуҙы раҫлаған касса һәм тауар чектарының төп нөсхәләрен теүәлләп, ғариза яҙырға кәрәк. Костюмдарҙан тыш, малайҙарға – ике күлдәк (байрамдарға һәм көндәлек кейергә), ҡыҙҙарға үтә күренмәгән ике блузка һатып алырға мөмкин (спорт, аяҡ кейеме, галстук, банттар был исемлеккә инмәй). Документтарығыҙҙы 1 октябргә тиклем балағыҙ уҡыған мәктәп директорына тапшырырға кәрәк.

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһында ҡатнаш

Йыл һайын Белем көнө алдынан республикала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы уҙғарыла. Йола буйынса унда чиновниктар, депутаттар, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған кешеләр әүҙем ҡатнаша. Улар аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, шулай уҡ Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына мәктәпкә йыйынырға ярҙам итә. Бөгөнгә Башҡортостан халҡы балалар өсөн 4,3 миллион һумға мәктәп кәрәк-ярағы йыйған да инде. Был аҙаҡҡы күрһәткес түгел, сөнки акция август аҙағына тиклем дауам итә.

Шулай итеп, «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһында ҡатнашып, яңы канцелярия кәрәк-ярағы, ижад өсөн тауарҙар, шулай уҡ портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт алырға мөмкин. Уларҙы хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы йәки яҡшы хәлдә ҡабул итәләр. Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Ғаилә үҙәктәренең берҙәм телефоны буйынса (8-800-347-5000) белешергә мөмкин.

Өфөлә ошондай тағы бер хәйриә акцияһы ойошторола. Ул «Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа. Етем балаларға ярҙам ит» тип атала. Акция етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға иҫәпләнгән. Өфө мэрияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ошо категорияға ҡараған 70 бала өсөн дә тәүге мәктәп ҡыңғырауы сыңлаясаҡ. Хәйриә сараһына ҡушылыусылар беренсе класҡа барыусыларға яңы портфелдәр, китаптар, канцелярия тауарҙары, үҫтереүсе уйындар, уйынсыҡтар, бүләк сертификаттары тапшыра ала.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8(347)287-72-79 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Уҡыу әсбаптары һәм саңғылар бушлай бирелә

Ата-әсәләрҙе дәреслектәр һәм спорт инвентары һатып алырға мәжбүр итеүҙәре хаҡындағы һүҙгә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы нөктә ҡуйҙы – бөтәһе лә бушлай бирелергә тейеш. Быйыл Башҡортостан өлкән класс уҡыусылары өсөн тарих буйынса яңы дәреслектәр һатып алыуға 50 миллион һум аҡса бүлде. Китаптар илдең барлыҡ мәктәптәре өсөн берҙәм була. Авторҙар әйтеүенсә, уларҙа Рәсәйҙә һәм донъяла барған мөһим ваҡиғалар буйынса тулы тарихи картина сағылыш тапҡан. Спорт инвентарҙарына килгәндә, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, уҡыусыларҙы улар менән тәьмин итеү – мәктәптең бурысы.

Ә БЫЛ ВАҠЫТТА...

Радий Хәбиров район башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын беренсе класҡа алып барырға ҡушты

Быйыл республикала 53 меңдән ашыу бала беренсе класҡа бара. Уларҙың 600-гә яҡыны – әлеге ваҡытта Украина территорияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары. Әлбиттә, һәр атай балаһының байрамында ҡатнашырға теләр ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын беренсе класҡа оҙатып барырға ҡушты.

– Беренсе класҡа барыу бала тормошонда бер тапҡыр ғына була. Бөтә атайҙар ҙа улар янында була алмаясаҡ. Әгәр ошо балаларҙы 1 сентябрҙә тантаналы линейкаға оҙатып барһаҡ, бик дөрөҫ булыр, тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.
Ул үҙе уҙған йылдың көҙөндә фронтҡа киткән Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадрановтың ҡыҙын беренсе класҡа алып барырға вәғәҙә итте. Белеүебеҙсә, ул унда беҙҙең мобилизацияланғандарға һәм доброволецтарға ярҙам итеүҙе координациялау буйынса бурыстарҙы башҡара.

КӘҢӘШ
Белем көнө алдынан ғаилә бюджетын нисек артыҡ сарыфламаҫҡа

  Августа канцелярия кәрәк-ярағы һатып алмағыҙ. Был – мәктәпкә әҙерләнеү өсөн иң «ҡиммәт» ай, һатыусылар тап ошо айҙа хаҡты ныҡ арттыра. Сентябрҙе көтөгөҙ, ығы-зығы баҫылыу менән, дәфтәр һәм ҡәләмдәргә лә хаҡ ярайһы уҡ төшә.

  Эш өҫтәлендә ревизия эшләгеҙ. Моғайын, былтырғы уҡыу йылынан дәфтәр, ҡәләм, ручкалар ҡалғандыр. Ҡәләмдәрҙе яңыртып ослағыҙ, дәфтәрҙәрҙе тышлағыҙ, линейкаларҙы таҙартып ҡарағыҙ – бәлки, ошо әйберҙәрҙе һатып алырға кәрәкмәҫ?

  Мәктәп формаһын иғландар сайттарында ҡарағыҙ. 1 сентябрь алдынан балалар әйберҙәрен отошло һатып ала һәм һата алаһығыҙ. Мәҫәлән, «Авито»ла йәки «Юла»ла малайҙар өсөн 1000 һумға яҡшы тороштағы костюм һатып алырға мөмкин. Шәхсән тикшерҙек.

Автор:
Читайте нас