Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
11 Сентябрь 2023, 10:55

Республикала 2024 йылға халыҡтың йән башына йәшәү минимумы күләме билдәләнде

Башҡортостанда йәшәү минимумы күләме үҙгәрә. 2024 йылдың 1 ғинуарынан республикала бер кешегә йәшәү минимумы 13 576 һум тәшкил итергә тейеш (хәҙер—   12 650 һум). Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 1008 һумға арта (14 798 һумға  еткерелә). Пенсионерҙарға — 12 470 һум (+ 480 һум), балалар ға 13 169 һум (+ 898 һум) була. Бындай күрһәткестәр киләһе йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала.

Республикала 2024 йылға халыҡтың йән башына йәшәү минимумы күләме билдәләнде
Республикала 2024 йылға халыҡтың йән башына йәшәү минимумы күләме билдәләнде

Шулай итеп, граждандарҙың төрлө категориялары өсөн йәшәү минимумы 4% алып 7,3% тиклем арттырыла.

Халыҡтың йән башына һәм айырым социаль-демографик төркөмдәргә йәшәү минимумының яңы күләме Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡының 18,5 процентҡа артасаҡ.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-09-11/respublikala-2024-yyl-a-haly-ty-y-n-bashyna-y-sh-minimumy-k-l-me-bild-l-nde-3430088

 

 

Автор:
Читайте нас: