Документҡа ярашлы, 2023 йылда республика бюджеты иҫәбенә стипендия фондын формалаштырыу өсөн норматив күләме (индексацияны һәм Урал коэффициентын иҫәпкә алып) түбәндәгесә була:
— академик стипендия алған урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн айына 765 һум,
— социаль стипендия алған урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн айына 1148 һум.
2024 йылда ул 796 һәм 1194 һумға тиклем арттырыла.
Башҡортостанда һәләтле студенттар өсөн стипендия күләме ике тапҡырға артты.