Ашҡаҙар
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
15 Октябрь 2023, 08:00

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы 2014 йылдан Донбаста үҙ бурысын үтәгән яугирҙәргә ветеран статусын бирә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» законға үҙгәрештәрҙе тикшерә. Парламент рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, улар Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәрҙе социаль яҡлауға йүнәлтелә. Был турала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы 2014 йылдан Донбаста үҙ бурысын үтәгән яугирҙәргә ветеран статусын бирә
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы 2014 йылдан Донбаста үҙ бурысын үтәгән яугирҙәргә ветеран статусын бирә

Әле хәрби хәрәкәттәр ветераны һәм хәрби хәрәкәттәр инвалиды статусы 2022 йылдың 24 февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға – хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм доброволецтарға бирелә. Ләкин Донбасс биләмәһендә хәрби хәрәкәттәр 2014 йылдан бирле бара. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары Рәсәй составына инде, уларҙың халҡы – Рәсәй граждандары социаль гарантияларға хоҡуҡлы. Тейешле сығымдар 2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты проектында ҡарала. Закон проектына Башҡортостан Башлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ыңғай һығымта бирҙе.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-13/bash-ortostan-d-l-t-yyyylyshy-2014-yyldan-donbasta-burysyn-t-g-n-yaugir-rg-veteran-statusyn-bir-3477502

 

Автор:
Читайте нас: