«Шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ауыл ерендә йәшәгән ғаилә ағзаларына торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр планлаштырыла. Бынан тыш, хәрбиҙәрҙең балалары физкультура-спорт ойошмаларына тәү сиратта ҡабул ителергә тейеш, шулай уҡ балаларҙы йәшәгән урынға яҡын баҡсаға күсергәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡ бирелә. Әлеге ваҡытта 351 баланы күсергәндәр. Шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары мәҙәниәт учреждениеларына ташлама менән инергә мөмкин», — тине Лира Иғтисамова.
Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған йәки Рәсәй Федерацияһы орден-миҙалдары менән бүләкләнгән яугирҙәргә бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреү тураһында закон проекты әҙерләнгән.