Пособиелар социаль ҡаҙнасылыҡ форматында рәсмиләштерелә. Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирелгән бер ғариза етә, ә ғаиләнең килеме һәм мөлкәте тураһында мәғлүмәттәрҙе белгестәр ведомство-ара документтар менән алмашыу барышында тикшерә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Социаль фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Рәсәйҙә берҙәм пособие 2023 йылдан индерелде. Пособие элек ғәмәлдә булған бер нисә пособиены берләштерҙе. Түләүҙе тәғәйенләгәндә ғаиләнең килеме һәм мөлкәте комплекслы баһалана, шулай уҡ ата-әсәләрҙең мәшғүллеге иҫәпкә алына.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 2023 йылда республикаға балалар пособиеларын түләү өсөн федераль бюджеттан 5,4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.