Һәр айҙың 12-һендә банктан пенсия алыусыларға ла аҡса иртәрәк — 10 ноябрҙә күсерелә. Был 2023 йылдың 12 ноябре йәкшәмбегә тура килеүгә бәйле.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1,135 пенсионерға, 294 мең федераль льгота алыусыға, 137 мең федераль социаль өҫтәмә алыусыға пенсия түләй. Пенсионерҙарҙың күпселеге банктарҙа — 70,6%, 28,9% — почта бүлексәләрендә, 0,5% башҡа ойошмаларҙа пенсия ала. Һүҙ социаль хеҙмәтләндереү стационар ойошмалары һәм холоҡ төҙәтеү учреждениелары хаҡында бара.
Быйыл ноябрҙә түләүҙең дөйөм суммаһы 23,5 миллиард һум тәшкил итә.