Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
9 Ноябрь 2023, 08:05

2024 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы 13 753 һум була

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән 2024 йылға йән башына һәм айырым социаль-демографик төркөмдәр өсөн йәшәү минимумының яңы дәүмәле билдәләнде. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2024 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы 13 753 һум була2024 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы 13 753 һум була
2024 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы 13 753 һум була

Документҡа ярашлы, 2024 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәү минимумы 13 753 һумға еткерелә (хәҙер — 12 650 һум). Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14 991 һум, пенсионерҙар өсөн — 12 530 һум (+540 һум), балалар өсөн 13 340 һум (+1069 һум) була. Ошо күрһәткестәр киләһе йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-11-08/2024-yyldy-inuarynan-bash-ortostanda-y-n-bashyna-y-sh-minimumy-13-753-um-bula-3511815

 

Автор:
Читайте нас