Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
1 Декабрь 2023, 10:51

Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға 11 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

Хөкүмәт бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн өҫтәмә рәүештә 11 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә, тип хәбәр иттеләр федераль министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә. Эш президенттың граждандарҙың килемен арттырыу тураһында май указын үтәү сиктәрендә алып барыла. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле буйынса барлыҡ параметрҙар ҙа һаҡланырға тейеш, тип билдәләгәйне дәүләт башлығы.

Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға 11 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләБюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға 11 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә
Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға 11 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

Финанслау айырым федераль дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре алдындағы социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә лә йүнәлтеләсәк.

2023 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән уҡытыусыларҙың, балалар баҡсалары тәрбиәселәренең, колледж, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының, мәҙәниәт, фән һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн 36 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-12-01/r-s-y-vlastary-byudzhet-he-m-tk-r-rene-esh-ha-yn-arttyryu-a-11-milliard-umdan-ashyu-y-n-lt-3547818

 

Автор:
Читайте нас