Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Социаль яҡлау
21 Декабря 2023, 10:41

Башҡортостан буйынса Социаль фондта берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Декабрҙә берҙәм пособие түләү ваҡыты тамамланған ғаиләләр ай аҙағына тиклем 2024 йылда аҡса алыу өсөн Социаль фондҡа ғариза бирә ала.

Башҡортостан буйынса Социаль фондта берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул ителәБашҡортостан буйынса Социаль фондта берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә
Башҡортостан буйынса Социаль фондта берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһендә билдәләүҙәренсә, был ата-әсәләргә пособиены өҙлөкһөҙ алыу, кәрәк икән, уға хоҡуҡты тыныс ҡына раҫлау мөмкинлеген бирә.

Ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы, берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнә, һуңынан түләү туҡтатыла. Пособиены тағы бер йылға оҙайтыу өсөн яңынан ғариза яҙырға кәрәк. Быны алданыраҡ — түләү ваҡыты тамамланғанға тиклем бер ай эсендә башҡарырға мөмкин. 2023 йылдың ғинуарында пособие түләнә башлаған граждандар декабрҙә Социаль фондҡа ғариза менән мөрәжәғәт итә ала.

Пособиены оҙайтҡанда Социаль фонд ғаиләнең социаль ярҙамға мохтажлығын билдәләү өсөн уның килемен һәм мөлкәтен тикшерә. Күптәр бындай тикшереүҙе һиҙмәҫкә лә мөмкин, сөнки фонд кәрәкле мәғлүмәттәрҙе үҙаллы асыҡлай.

«Пособиеға бирелгән ғариза 10 эш көнө эсендә ҡарала. Ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, ата-әсәләр түләүҙе  үҙҙәре өсөн ғәҙәти ваҡытта алырға тейеш. Банк аша алыу ысулын һайлаған осраҡта аҡса айҙың һәр өсөнсө көнөндә күсә, почтанан 1-25 көндәрҙә алырға була», - тип белдерҙеләр Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Әгәр ата-әсәләр пособиены декабрҙә оҙайтып өлгөрмәһә, улар ғаризаны һуңыраҡ бирә ала. Ул хуплау тапҡан осраҡта аҡса ғариза тапшырған айҙан түләнә.

Берҙәм пособие юллау өсөн ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында, Күп функциялы үҙәктә йәки Социаль фондтың теләһә ниндәй клиент хеҙмәтендә бирергә мөмкин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-21/bash-ortostan-buyynsa-sotsial-fondta-ber-m-posobieny-o-aytyu-s-n-arizalar-abul-itel-3576866

 

Автор:
Читайте нас