Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Социаль яҡлау
2 Ғинуар 2024, 05:35

Республикала «Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе

Башҡортостанда йөклө ҡатындарҙы, бала имеҙгән әсәләрҙе һәм өс йәшкә тиклемге балаларҙы бушлай аҙыҡ менән тәьмин итеү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Бөгөн Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары баҫылған.

Республикала «Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙеРеспубликала «Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе
Республикала «Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе

Документтан күренеүенсә, үҙгәрештәр документтарҙы Дәүләт һәм төбәк хеҙмәттәре порталы аша тапшырыуҙы, шулай уҡ документтарҙы ҡарау ваҡытын 10 эш көнөнә тиклем ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота.

Һөт кухняларын асыу тураһында ҡарар өс йыл элек Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса ҡабул ителде. «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алырға хоҡуҡлылар исемлегенә 3 йәшкәсә балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән имеҙгән әсәләр һәм йөклө ҡатындар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре инә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-28/bash-ortostanda-t-kuhnya-y-n-taratyu-t-rtibe-g-r-e-3585774

 

Автор:
Читайте нас